Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 9:13 - Инжил

13 Барығыҙ, «Мин ҡорбан килтерелеүен түгел, ә шәфҡәт күрһәтелеүен теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы артымдан саҡырырға килдем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Барығыҙ, «Мин ҡорбан түгел, мәрхәмәт теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы саҡырырға килдем, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 9:13
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Дауыт һәм уның менән булған кешеләр асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында уҡыманығыҙмы ни? Ул, Алла Йортона инеп, был кешеләр менән Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған. Ә ҡанун буйынса, уларҙы руханиҙарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәгән, – тине Ғайса. –


Йәки Алла Йортонда руханиҙарҙың шәмбе көндө хеҙмәт итеп, ул көндө боҙоуҙары, әммә бының улар өсөн ғәйепкә һаналмауы хаҡында ҡанунда яҙылғанды уҡыманығыҙмы ни?


Әгәр ҙә һеҙ: «Мин ҡорбан килтерелеүен түгел, ә шәфҡәт күрһәтелеүен теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлаған булһағыҙ, ғәйепһеҙҙәрҙе хөкөм итмәҫ инегеҙ.


– Кешене бар иткәндә, Булдырыусы тәүҙән үк «уларҙы ир һәм ҡатын итеп яратты», – тигәнде уҡыманығыҙмы ни? – тип яуап бирҙе Ғайса. –


– Ә һеҙ Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш иң мөһим мөйөш ташы булды. Был Раббы тарафынан эшләнде һәм беҙҙең өсөн ғәжәйеп хәл» – тигәнде бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тине Ғайса. –


– Тәүбә итегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.


Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ!


Шул ваҡыттан алып Ғайса: – Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип һөйләп йөрөй башланы.


Ә үлгәндәрҙең терелеп тороуына килгәндә, Муса китабының янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы өҙөгөндә Алланың уға: «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы», тигәнен уҡыманығыҙмы ни?


«Уны бөтә йөрәгең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән яратыу» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек яратыу» – тулыһынса яндырылған һәм башҡа ҡорбандарҙың барыһынан да мөһимерәк.


Ғайса быны ишетеп: – Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы артымдан саҡырырға килдем, – тине.


– Ҡанунда нимә тип яҙылған? Һин унан нимә уҡыйһың? – тип һораған унан Ғайса.


Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға килде.


һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш.


– Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк, – тип яуап биргән Ғайса уларға. –


Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем.


Ғайса уларға шулай яуап бирҙе: – Алланың: «„Һеҙ – илаһтар“, – тинем Мин», тигән һүҙҙәре ҡанунығыҙҙа яҙылған түгелме?


Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды һәм Алланы данлап: – Тимәк, тормош бирә торған тәүбә итеү юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тине.


– Һәр берегеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итеп Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ һәм Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.


Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла етди рәүештә иғлан иттем.


Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.


Израилгә тәүбә итеү һәм гонаһтары кисерелеү мөмкинлеген бирһен өсөн, Алла Уны Хаким һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе.


Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ