Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 8:6 - Инжил

6 – Әфәндем! Хеҙмәтсемде паралич һуҡҡан. Әле ул минең өйөмдә ята, бик ныҡ яфалана, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 – Әфәндем! – тине ул. – Хеҙмәтсемде фалиж һуҡты, әле минең өйөмдә ята, бик ныҡ интегә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 8:6
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Янына барса сырхауҙарҙы, төрлө ауырыуҙарҙан, интектергес сирҙәрҙән яфаланғандарҙы, ен эйәләшкәндәрҙе, илереүселәрҙе һәм паралич һуҡҡандарҙы алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


– Барып уны һауыҡтырырмын, – тине Ғайса.


Бында ла бер нисә кеше паралич һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың кисерелде! – тине.


Фәрештә киткәс, Корнилий хеҙмәтселәренең икеһен һәм шәхси ғәскәриҙәре араһынан диндар булған берәүһен саҡырып алды.


Ен эйәләшкән күптәрҙең эсенән, көслө тауыш менән үкереп, шаҡшы рухтар сыҡты. Күп кенә паралич һуҡҡан, аҡһаҡ кешеләр һауыҡты.


Унда ул паралич һуғып һигеҙ йыл буйы ауырып ятҡан Эней исемле бер кешене күрҙе.


Шуға күрә инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, вәхшиҙәр һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


Хужалар, күктәрҙә үҙегеҙҙең дә Хужағыҙ барлығын иҫтә тотоп, ҡолдарығыҙға ҡарата намыҫлы һәм ғәҙел мөнәсәбәттә булығыҙ.


Хужалары иманлы булған осраҡта, имандаш булғанлыҡтан, ҡолдар уларға кәмһетеп ҡарарға тейеш түгел, киреһенсә, тағы ла күберәк хеҙмәт итергә бурыслы, сөнки хеҙмәттән файҙа алыусы хужалар – иман тотоусылар һәм ҡәҙерле имандаштар. Быларҙы өйрәт һәм нәсихәт ит.


һәм ҡол сифатында түгел, ҡолға ҡарағанда өҫтөнөрәк, ҡәҙерле имандашың кеүек ҡалдырыу өсөн. Мин уны бик яратам, ләкин ул һиңә кеше булараҡ та, Раббыныҡы булараҡ та тағы ла ҡәҙерлерәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ