Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 8:4 - Инжил

4 Ғайса уны: – Ҡара уны, берәүгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә, руханиға барып күрен дә, Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Ғайса уны: – Ҡара уны, был турала бер кемгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә ҡаһинға барып күрен дә, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 8:4
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минең арҡала үҙегеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм мәжүсиҙәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер.


Бынан һуң Ул шәкерттәренә Үҙенең Мәсих икәнлеген бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушты.


Тауҙан төшкәндә Ғайса уларҙы: – Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, күргәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, – тип киҫәтте.


– Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алла хаҡлығының бөтә талаптарын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса. Яхъя быға риза булды.


Минең хаҡта, ҡанунда һәм пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында яҙылғандарҙы юҡҡа сығарырға килгән, тип уйламағыҙ. Мин юҡҡа сығарырға түгел, ғәмәлгә ашырырға килдем.


Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә Күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ.


Шунда һуҡырҙар күрә башланы. Ғайса уларҙы: – Ҡарағыҙ уны, был хаҡта һис кем белмәһен, – тип ҡаты киҫәтте.


Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар.


Әммә Ғайса уларҙы Үҙенең кемлеге хаҡында һөйләүҙән ҡаты итеп тыйҙы.


Ғайса был хаҡта һис кем белергә тейеш түгеллеген ҡәтғи рәүештә киҫәтте, ә ҡыҙ балаға ашарға бирергә ҡушты.


Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр һәм тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.


Ғайса бер кемгә лә был хаҡта һөйләмәҫкә ҡушты. Әммә Ул тыйған һайын, улар тағы ла күберәк һөйләне.


Ғайса Үҙе тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.


Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға, Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, әле күргәндәрен берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.


Ғайса уларҙы күргәс: – Барығыҙ, руханиҙарға күренегеҙ, – тигән. Махау сирлеләр унда барышлай уҡ таҙарынған.


Был һеҙгә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырға мөмкинлек бирер.


«Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡҡан. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, был турала һөйләп йөрөүҙән тыйған, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белгән.


Ғайса был турала берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан: – Руханиға барып күрен һәм һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.


Ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе таң ҡалған. Ғайса иһә уларға был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан.


Ғайса ҡәтғи рәүештә быны бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан.


Мин кешеләрҙең данлауына мохтаж түгел.


Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә үҙен ебәреүсенең данын эҙләгән кеше иһә эскерһеҙ, һәм уның күңелендә ялғанға урын юҡ.


Мин Үҙемә дан эҙләмәйем, Миңә дан Эҙләүсе башҡа Берәү, һәм Ул хөкөм итә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ