31 Ендәр: – Беҙҙе бынан ҡыуып сығарһаң, сусҡа көтөүенә ебәр, – тип үтенде.
31 Ендәр: – Беҙҙе бынан ҡыуып сығарһаң, сусҡа көтөүенә ебәр, – тип ялбарҙы.
Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Янына барса сырхауҙарҙы, төрлө ауырыуҙарҙан, интектергес сирҙәрҙән яфаланғандарҙы, ен эйәләшкәндәрҙе, илереүселәрҙе һәм паралич һуҡҡандарҙы алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.
Изге нәмәне эттәргә бирмәгеҙ: улар боролоп үҙегеҙҙе ботарлар. Ынйыларығыҙҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ. Улар ул ынйыларҙы аяҡтары менән тапар.
Ә алыҫ түгел ерҙә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине.
– Барығыҙ, – тине Ғайса уларға. Ендәр, кешеләрҙән сыҡтылар ҙа, сусҡалар эсенә барып инделәр. Бөтә көтөү сабып китеп текә ярҙан күлгә ташланды ла һыуға батып үлде.
– Беҙҙе сусҡалар араһына ебәр, уларҙың эсенә инербеҙ, – тип ялынды ендәр.
– Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе.
Шуға күрә, күктәр һәм унда йәшәүселәр, ҡыуанығыҙ! Әммә ергә һәм диңгеҙгә ҡайғы, сөнки Иблис, ваҡытының аҙ ҡалыуын белеп, асыуҙан ярһып янығыҙға төштө.