25 Шәкерттәре Уны уятып: – Хужабыҙ! Ҡотҡар, батабыҙ бит! – тип ҡысҡырҙылар.
25 Шәкерттәре Уны уятып: – Хакимыбыҙ! Ҡотҡар, батабыҙ бит! – тип ҡысҡырҙылар.
Бына Уның янына махау сирле кеше килде лә, алдына тубыҡланып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тине.
Ҡапыл күл өҫтөндә көслө дауыл ҡупты. Тулҡындар кәмәгә килеп бәрелеп, уға һыу тулды. Ә Ғайса йоҡлап ята ине.
Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килеп тубыҡланды: – Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ләкин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелер ине.
Шәкерттәре Ғайса янына килеп: – Остаз, остаз! Батабыҙ бит! – тип ҡысҡырып Уны уятҡандар. Ғайса иһә тороп елде лә, ҡоторонған тулҡындарҙы ла тыйған. Улары туҡтаған, тынлыҡ урынлашҡан.