23 Ғайса кәмәгә инеп ултырҙы. Уның артынан шәкерттәре лә урын алды.
Ҡапыл күл өҫтөндә көслө дауыл ҡупты. Тулҡындар кәмәгә килеп бәрелеп, уға һыу тулды. Ә Ғайса йоҡлап ята ине.
Ғайса, кәмәгә ултырып күл аша сыҡты ла, Үҙе йәшәгән ҡалаға килде.
Шул көндө кисен Ғайса шәкерттәренә: – Әйҙәгеҙ, теге яҡ ярға сығайыҡ, – тине.
Ғайса Яхъяның шәкерттәренә: – Барығыҙ, күргән һәм ишеткәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.