Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 8:2 - Инжил

2 Бына Уның янына махау сирле кеше килде лә, алдына тубыҡланып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Бына Уның янына махау сирле кеше килде лә алдына тубыҡланып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 8:2
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ.


Ышанмауҙары арҡаһында Ул бында мөғжизәләрҙе күп ҡылманы.


Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп: – Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр.


Ҡатын иһә яҡын килде лә Уның алдына тубыҡланды: – Әфәндем, миңә ярҙам итһәңсе!


Был хеҙмәтсе батша алдында йөҙтүбән ҡапланып: «Бурысымды кисектереп торсо! Мин һиңә уны аҙаҡ тулыһынса ҡайтарып бирермен», – тип ялбарған.


Өйгә ингәс, Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙеләр. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.


Шунан Зеведейҙың ҡатыны, улдары менән бергә Ғайса янына килеп, Уның алдында тубыҡланды. Уның ниҙер һорағыһы килә ине.


Ғайса Вифанияла махаулы Симондың өйөндә ине.


Ғайсаны күргәс, улар Уның алдында тубыҡланды, әммә ҡайһы берҙәре шикләнде.


Ҡапыл улар алдына Ғайса Үҙе килеп сыҡты: – Именлек һеҙгә! – тине Ул. Улар Ғайсаға яҡын килде, Уның алдында тубыҡланып, аяҡтарын ҡосаҡлап алдылар.


– Әгәр алдыма йөҙ түбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм, – тине.


Ғайса тауҙан төшкәс, артынан күп халыҡ эйәрҙе.


Шәкерттәре Уны уятып: – Хужабыҙ! Ҡотҡар, батабыҙ бит! – тип ҡысҡырҙылар.


Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килеп тубыҡланды: – Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ләкин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелер ине.


Шулай уҡ, Елисей пәйғәмбәр ваҡытында, Израилдә махау сире менән ауырығандар күп булды, әммә Сүриә кешеһе Неемандан башҡа берәү ҙә был сирҙән таҙарынманы.


– Әфәндем, мин ышанам! – Күҙҙәре асылған кеше ергә йығылды һәм тубыҡланып Уға баш эйҙе.


Әммә Петр: – Юҡ, Раббым! Минең бер ҡасан да шаҡшы йәки харам нәмә ашағаным булманы, – тине.


Петр ихатаға ингәндә Корнилий ҡаршы сыҡты һәм уның аяҡтарына йығылды.


Уның йәшерен ниәттәре асылыр һәм ул йөҙ түбән ҡапланып Аллаға табынып: «Алланың һеҙҙең арағыҙҙа булыуы хаҡ», – тип әйтер.


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ