Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 8:16 - Инжил

16 Ә инде кисен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Ә инде кискеһен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 8:16
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул ваҡыт Ғайса янына ен эйәләшкән, һуҡыр һәм телһеҙ кешене алып килделәр. Ғайса уны һауыҡтырҙы, шунан ул һөйләшә һәм күрә башланы.


Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Уға улар йәл булып китте лә, ауырыу булғандарын һауыҡтырҙы.


Ул был ҡатындың ҡулына ҡағылыуға, уның тән яныуы тулыһынса бөттө. Ул, тороп, Ғайсаға табын әҙерләй башланы.


Көтөүселәр иһә тороп йүгерҙеләр һәм, ҡалаға ҡайтып, бөтөнөһө хаҡында ла һөйләп бирҙеләр. Ен эйәләшкән кешеләр менән ни булғанын да хәбәр иттеләр.


Бында ла бер нисә кеше паралич һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың кисерелде! – тине.


Шул ваҡыт дүрт кеше Уға паралич һуҡҡан берәүҙе күтәреп алып килде.


Сөнки Ғайса шаҡшы рухҡа ул кешенең эсенән сығырға бойорғайны.


Ғайса иһә, халыҡ төркөмө йыйылыуын күреп, шаҡшы рухҡа: – Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: уның эсенән сыҡ та бүтәнсә инмә! – тине.


Ғайса, уны күреп, Үҙе янына саҡырып алған да: – Апай! Һин сиреңдән ҡотолдоң! – тигән.


Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килгән. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырған.


«Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡҡан. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, был турала һөйләп йөрөүҙән тыйған, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белгән.


Петр үтеп барғанда, һис юғы уның күләгәһе булһа ла төшһөн ине, тигән теләк менән ауырыуҙарҙы урамға сығарып, күтәреп йөрөтөү ҡоролмаларына һәм түшәктәргә һалдылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ