14 Ғайса Петрҙың өйөнә килгәс, ҡәйнәһенең бөтөн тәне янып ауырып ятҡанын күрҙе.
14 Ғайса, Петрустың өйөнә килгәс, уның ҡәйнәһенең бөтөн тәне янып ауырып ятҡанын күрҙе.
– Түләй, – тип яуап бирҙе Петр. Петр өйгә ингәс, беренсе булып һүҙҙе Ғайса башланы: – Симон, нисек уйлайһың: ерҙәге батшалар һалымды һәм яһаҡты кемдән түләтә? Үҙ улдарынанмы, әллә башҡа кешеләрҙәнме?
Ул был ҡатындың ҡулына ҡағылыуға, уның тән яныуы тулыһынса бөттө. Ул, тороп, Ғайсаға табын әҙерләй башланы.
– Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.
Йә башҡа илселәр – Раббының ҡустылары һәм Кифа кеүек, имандаштарыбыҙ араһынан ҡатын алып, уларҙы үҙебеҙ менән йөрөтөргә хаҡыбыҙ юҡмы?
Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш,
Улар никахлашыуҙы тыя һәм ҡайһы бер ризыҡтарҙы ашамаҫҡа ҡуша. Ә ризыҡты Алла булдырған, иман юлындағылар, хәҡиҡәтте таныусылар иһә уны рәхмәт менән ҡабул итә.
Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит.