Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 7:7 - Инжил

7 Һорағыҙ – һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ – һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һәм һеҙгә асырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Һорағыҙ – һеҙгә бирелер; эҙләгеҙ – табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һеҙгә асырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 7:7
43 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тағы һеҙгә әйтәм: арағыҙҙан икәүегеҙ ерҙә, үҙ-ара һөйләшеп-килешеп, Күктәге Атамдан ни генә һораһағыҙ ҙа, Ул уны эшләйәсәк.


Доға ҡылғанда нимә һораһағыҙ ҙа, ышанһағыҙ, ҡабул булыр, – тип яуапланы Ғайса.


Иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләгеҙ, шул саҡта быларҙың барыһы ла һеҙгә бирелер.


Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата яҡшы нәмәләр бирәсәк.


Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар.


Шуға күрә һеҙгә әйтәм: доға ҡылғанда ни һораһағыҙ ҙа, алғанығыҙға ышанығыҙ – һәм һеҙгә бирелер.


Өй хужаһы урынынан тороп ишекте бикләгәндән һуң, һеҙ тышҡы яҡта ҡалып ишек ҡаға башларһығыҙ һәм: «Әфәндем, беҙгә ишек ас әле!» – тип үтенерһегеҙ. Ә Ул һеҙгә: «Мин һеҙҙең кем икәнлегегеҙҙе лә, ҡайҙан икәнлегегеҙҙе лә белмәйем», – тип яуаплар.


Ғайса Үҙенең шәкерттәренә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеге тураһында ошондай ҡисса һөйләгән:


Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән нимә һораһағыҙ ҙа, Атам һеҙгә бирер.


Ә инде Миндә йәшәһәгеҙ һәм Минең һүҙҙәрем һеҙҙә йәшәһә, ул саҡта теләгәнегеҙҙе һорағыҙ һәм һеҙгә бөтәһе лә бирелер.


Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.


сабырлыҡ менән изге эш башҡарып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирәсәк,


Аңлы бер кем дә юҡ, Алланы эҙләмәй бер кем дә.


Иманлы булмай тороп иһә Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш.


Иман менән ҡылынған доға ауырыуҙы һауыҡтырыр, һәм Раббы уны аяҡҡа баҫтырыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылған булһа, Алла уны кисерер.


һәм Унан ни һораһаҡ та алырбыҙ, сөнки Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ, Уның күңеленә хуш килгән эштәр ҡылабыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ