28 Ғайса һүҙен тамамлағас, халыҡ Уның өйрәтеүенә хайран ҡалды.
28 Ғайса һүҙен тамамлағас, халыҡ Уның өйрәткәндәренә хайран ҡалды,
Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертенә нәсихәтен биреп бөткәс, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте.
Ғайса, һүҙен тамамлағас, Галилеянан китеп Йәһүҙиәнең Иордан аръяғындағы өлөшөнә йүнәлде.
Ғайсаны тыңлаған халыҡ Уның өйрәтеүҙәренә таң ҡалды.
– Ғайса был һүҙҙәрен тамамлағас, шәкерттәренә:
Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған. Ул йорт ауған һәм тулыһынса емерелгән.
Ул бит уларҙы ҡанун белгестәренсә түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте.
Уның өйрәтеүҙәренә барыһы ла хайран ҡалды, сөнки Ул уларҙы ҡанун белгестәренсә түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте.
Был хаҡта ишеткәс, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Уны һәләк итеү әмәлен эҙләне. Бөтә халыҡ Уның өйрәткәндәрен таң ҡалып тыңлағанға күрә, Унан ҡурҡтылар.
Шәмбе көн еткәс, Ғайса ғибәҙәтханала өйрәтә башланы. Күптәр Уны таң ҡалып тыңлап ултырҙы. – Был тиклемде Ул ҡайҙан белә? Ниндәй тәрән аҡыл бирелгән Уға! Уның ҡулдары менән шундай мөғжизәләр ҡылына бит! – тиеште улар. –
әммә ни эшләргә икәнлеген белмәгән, сөнки бөтә халыҡ Уның артынан ҡалмай эйәреп йөрөп, һүҙен тыңлаған.
Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалған.
Барыһы ла Уны маҡтаған һәм мәрхәмәт тулы һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиешкәндәр.
Уның өйрәтеүҙәренә хайран ҡалғандар, сөнки Ул хакимдарса һөйләгән.
Халыҡҡа әйтә торған һүҙҙәрен һөйләп бөткәндән һуң, Ғайса Капернаумға килгән.
Йәһүдтәр: – Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымайынса, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде.
– Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар.