17 Бына шулай, һәр яҡшы ағас яҡшы емеш бирә, ә һәр насар ағас насар емеш бирә.
17 Бына шулай, яҡшы ағас яҡшы емеш бирә, ә насар ағас насар емеш бирә.
Яҡшы ағас насар емеш бирә алмай һәм насар ағас яҡшы емеш бирә алмай.
Яҡтылыҡ емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора.
Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерегеҙ, тип доға ҡылам.
Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, бөтөн эштәрегеҙҙе Раббыға лайыҡлы рәүештә ҡылыуығыҙ һәм Уның күңеленә ятышлы булып йәшәүегеҙ өсөн доға ҡылабыҙ.
Был кешеләр һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып табын ҡороп ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғыр килтермәҫ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған ағастар.