Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 7:15 - Инжил

15 Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: янығыҙға улар һарыҡ тиреһе ябынып килә, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: улар янығыҙға һарыҡ тиреһе ябынып килер, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 7:15
54 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар.


Минең икмәк хаҡында әйтмәүем һеҙгә аңлашылмаймы ни? Фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине.


– Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине Ғайса уларға.


Күп ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытып, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.


Ә тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба.


барыһына ла былай тип мөрәжәғәт иткән: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.


Бар кешеләр ҙә һеҙҙе маҡтай икән, һеҙгә ҡайғы! Ул кешеләрҙең атай-олатайҙары ла ялған пәйғәмбәрҙәрҙе шулай маҡтаған!


Ә ялланғаны – ысын көтөүсе түгел. Ул, һарыҡтар үҙенеке булмағанлыҡтан, уларҙы ҡайғыртмай: бүре килгәнен күреп, һарыҡтарҙы ташлап ҡаса; бүре, һөжүм итеп, һарыҡтарҙы тамаҡлап китә.


Һаҡ булығыҙ, пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәре һеҙгә ҡарата әйтелгән булып сыҡмаһын. Пәйғәмбәрҙәр әйткән:


Бөтә утрауҙы үтеп, улар Паф ҡалаһына килде. Унда сихырсы һәм ялған пәйғәмбәр Бариисус исемле йәһүд кешеһенә тап булдылар.


Тик, шул уҡ ваҡытта, Ғайса Мәсихтәге азатлығыбыҙҙы күҙәтеү һәм беҙҙе ҡанун ҡоллоғона төшөрөү өсөн, арабыҙға һиҙҙермәй генә ялған имандаштар килеп инде, был мәсьәләне улар күтәрҙе лә инде.


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.


Эт кеүектәрҙән һаҡланығыҙ! Яуызлыҡ ҡылыусыларҙан һаҡланығыҙ! Дөрөҫ булмаған сөннәтләүҙе талап итеүселәрҙән һаҡланығыҙ!


Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсих менән түгел, ә кешеләрҙең риүәйәттәренә һәм донъяның идара итеүсе көстәренә таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында ҡол итмәһен.


Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр.


Шундай ваҡыт килер, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар;


Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, был турала алдан уҡ белеп һаҡ булығыҙ. Әхлаҡһыҙ кешеләргә үҙегеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға юл ҡуймағыҙ. Юҡһа үҙегеҙ торған ныҡлы нигеҙҙән ҡолап төшөр һөгөҙ.


Ҡәҙерлеләрем! Һәр бер рухҡа ышанмағыҙ, әммә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.


Арағыҙға һиҙҙермәй генә ҡайһы бер аллаһыҙ кешеләр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән инде әйтелгән.


Мин аждаһаның да, януарҙың да, ялған пәйғәмбәрҙең дә ауыҙынан баҡаға оҡшаған өс шаҡшы рух сығыуын күрҙем.


Мин ҡатындың изгеләр ҡанынан һәм Ғайсаның шаһиттары ҡанынан иҫергәнлеген күрҙем. Был күренешкә мин ныҡ ғәжәпләндем.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ