14 Ә тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба.
– Бына шулай: аҙаҡҡылар беренсе булыр, ә беренселәр аҙаҡҡы булыр, – тине Ғайса.
Сөнки саҡырылғандар күп, ләкин һайлап алырлыҡтары аҙ.
Тар ҡапҡанан инегеҙ! Һәләкәткә алып барған ҡапҡа киң һәм юлы иркен. Күптәр шул ҡапҡанан инә лә инде.
Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: янығыҙға улар һарыҡ тиреһе ябынып килә, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.
Ғайса шәкерттәре менән бергә халыҡты саҡырып былай тине: – Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, үҙенең арҡысағын алып, Миңә эйәрһен.
Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡмағыҙ! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.
Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.
Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!
Шәкерттәрҙең рухын күтәреп, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инеү күп михнәттәр аша буласаҡ, – тине улар.
Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ.
Ни өсөн? Сөнки аҡланыуҙы иман нигеҙендә түгел, ә ҡанун нигеҙендә эҙләнеләр. Шуға ла улар «ташҡа» абынды.