Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 7:13 - Инжил

13 Тар ҡапҡанан инегеҙ! Һәләкәткә алып барған ҡапҡа киң һәм юлы иркен. Күптәр шул ҡапҡанан инә лә инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Тар ҡапҡанан инегеҙ! Һәләкәткә алып барған ҡапҡа киң һәм юлы иркен. Күптәр шул ҡапҡанан инә лә инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 7:13
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!


Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.


– Тәүбә итегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.


Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ!


Ә тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба.


Шулай уҡ һеҙҙең һәр берегеҙ барлыҡ нәмәһенән баш тартмаһа, Минең шәкертем була алмаясаҡ.


Был кешеләр Ғайса эргәһенән киткән саҡта Петр: – Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен Һиңә, береһен Мусаға, береһен Ильясҡа, – тигән, ни әйткәнен дә белмәйенсә.


Мин – ҡапҡа. Минең аша инеүсе ҡотоласаҡ, иркен инеп-сығып йөрөйәсәк һәм үҙенә көтөүлек табасаҡ.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була.


Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.


Алла ла шулай уҡ эшләне түгелме һуң? Әгәр Ул Үҙенең асыуын һәм ҡөҙрәтен күрһәтергә теләп, һәләкәткә дусар ителгән «нәфрәт көршәктәре»нә ҡарата ҙур сабырлыҡ күрһәткән булһа? Быны Ул Үҙенең даны хаҡына алдан уҡ Үҙе әҙерләгән «шәфҡәт көршәктәре»нә Үҙенең данының байлығын асыу өсөн дә эшләне.


Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томаланы һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың ҡиәфәте булған Мәсихтең балҡыусы данын күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең яҡтылығын күрмәйҙәр.


Шуға күрә, «Иманһыҙҙар араһынан сығығыҙ һәм уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Таҙа булмағанға йоғонмағыҙ, һәм Мин һеҙҙе ҡабул итермен.


Ә Ғайса Мәсихтеке булғандар үҙҙәренең гонаһлы тәбиғәтен ынтылыштары һәм аҙғын нәфселәре менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап ҡуйҙы.


Уларҙың аҙағы – һәләкәт, уларҙың аллаһы – тамаҡ, улар ояла торған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.


Беҙ үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ.


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтөн донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.


Мең йыл үткәнгә тиклем, халыҡтарҙы алдамаһын өсөн, уны упҡынға ташланы, упҡынды бикләп ҡуйҙы һәм өҫтөнә мисәт һалды. Мең йылдан һуң ул аҙ ғына ваҡытҡа азат ителергә тейеш.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ