1 Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ,
сөнки ниндәй хөкөм менән хөкөм итһәгеҙ, һеҙ ҙә шулай хөкөм ителерһегеҙ; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.
Ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың.
Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ. Ғәйепләмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәйепләнмәҫһегеҙ. Кисерегеҙ, үҙегеҙ ҙә кисерелерһегеҙ.
Нисек һин туғаныңдың күҙендәге сүпте күрәһең, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне тоймайһың?
Тегеләр һорау биреүен дауам иткәс, күтәрелеп уларға: – Һеҙҙең ҡайһығыҙ бер ҡасан да гонаһ ҡылмаған, шул башлап уға таш атһын, – тине
Имандаштарым, бөтәгеҙ ҙә остаз булырға ынтылмағыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит: өйрәтеүсе булараҡ, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ.