Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 6:5 - Инжил

5 Доға ҡылғанда ике йөҙлөләр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен инде алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Доға ҡылғанда ике йөҙлө әҙәмдәр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 6:5
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Доға ҡылғанда нимә һораһағыҙ ҙа, ышанһағыҙ, ҡабул булыр, – тип яуапланы Ғайса.


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


Ни генә башҡарһалар ҙа, кешеләр күрһен, тип эшләйҙәр. Улар маңлайҙарындағы һәм ҡулдарындағы доға ҡабын киңәйтә, өҫ кейемдәренең суҡтарын оҙонайта.


Мәжлестәрҙә иң түрҙә һәм ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа ултырырға,


Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә Күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ.


Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта шаулап йөрөмә. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең ашлығын урып алырға эшселәр ебәрһен, – тине.


Доға ҡылып торған саҡта, берәйһенә ҡарата үпкәгеҙ булһа, уны ғәфү итегеҙ. Шул ваҡытта Күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе кисерер.


Ул Үҙенең нәсихәтендә: – Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ. Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөгәнде, баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәнде,


Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа ултырырға һәм баҙар майҙандарында үҙегеҙҙе ололап сәләмләгәндәрен яратаһығыҙ.


Ғайса Үҙенең шәкерттәренә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеге тураһында ошондай ҡисса һөйләгән:


Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә ҡарарға ла ҡыймаған, ә сәсен йолҡҡослап: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булсы!» – тип үтенгән.


Улар тол ҡатындарҙың мөлкәтен үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен өсөн оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙар тағы ла ҡатыраҡ хөкөм ителәсәк.


Байҙар, һеҙгә ҡайғы, сөнки етерлек йыуандығыҙ.


Бығаса һеҙ Минең исемемдән бер ни ҙә һораманығыҙ. Һорағыҙ һәм алырһығыҙ, күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулыр.


Һәр төрлө доға һәм үтенес менән изге Рухтың көсө аша һәр ваҡыт Аллаға мөрәжәғәт итегеҙ. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн даими рәүештә, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.


Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә», – тип әйтелгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ