27 Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала?
Башың менән дә ант итмә, сөнки сәсеңдең бер бөртөгөн генә лә үҙең аҡ йәки ҡара итә алмайһың.
Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: йәшәү өсөн нимә ашарға һәм нимә эсергә тип, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ. Йән ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни?
Ниңә кейем өсөн борсолаһығыҙ? Яландағы ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй.
Шулай булғас: «Беҙгә нимә ашарға, беҙгә нимә эсергә, беҙгә нимә кейергә?» – тип хафаланмағыҙ.
Шуға күрә, иртәгәһе көн хаҡында борсолмағыҙ. Иртәгә буласаҡ көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәттәре етерлек.
– Эй Марфа, Марфа! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тигән уға Раббы, –
Ғибәҙәтханаларға, башлыҡтар йәки хакимиәт кешеләре алдына килтергән ваҡытта, үҙебеҙҙе нисек яҡларға, нимә тип яуап бирергә тип борсолмағыҙ.
Шунан һуң Ғайса шәкерттәренә былай тигән: – Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: йәшәү өсөн нимә ашарға, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ.
Әммә Алла тәндә ағзаларҙың һәр береһен Үҙе теләгәнсә урынлаштырған.
Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.
Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта.