22 Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙҙәрең һау булһа, бөтөн тәнең нурлы булыр.
22 Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙең һау булһа, бөтә тәнең нурлы булыр.
Шулай уҡ бер кем дә, шәмде тоҡандырғас, уны һауыт аҫтына ҡуймай, ә шәмдәлгә ултырта һәм ул өйҙәгеләрҙең бөтөнөһө өсөн дә яҡтырта.
Көн һайын берҙәм рәүештә Алла Йортонда булдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.
Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны үҙенең хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине.
Ҡолдар, Мәсихкә итәғәтле булған кеүек, ерҙәге хужаларығыҙға ла ихтирамлы рәүештә һәм ҡурҡыу аша ихлас күңелдән итәғәтле булығыҙ.
Ҡолдар, донъялағы хужаларығыҙға бөтөн нәмәлә лә буйһоноғоҙ, ярамһаҡтар кеүек күҙ буяу өсөн генә түгел, ә Алланан ҡурҡып, ысын күңелдән хеҙмәт итегеҙ.