Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 6:2 - Инжил

2 Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта шаулап йөрөмә. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта боғаҙ ярып ҡысҡырма. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 6:2
56 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ике йөҙлөләр! Ишағыя пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙҙең хаҡта ҡайһылай дөрөҫ әйткән:


Ә иртән иртүк: «Бөгөн дауыл булыр, күк йөҙө ҡуйы ҡыҙыл төҫ менән ҡапланды», – тиһегеҙ. Күккә ҡарап, һеҙ һауа торошон билдәләйһегеҙ, ә замандарҙың билдәләрен аңлай алмайһығыҙмы?


Ғайса уларҙың мәкерле ниәтен аңлап: – Ниңә һеҙ Миңә ау ҡораһығыҙ, ике йөҙлөләр? – тине.


Ни генә башҡарһалар ҙа, кешеләр күрһен, тип эшләйҙәр. Улар маңлайҙарындағы һәм ҡулдарындағы доға ҡабын киңәйтә, өҫ кейемдәренең суҡтарын оҙонайта.


Мәжлестәрҙә иң түрҙә һәм ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа ултырырға,


уны ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ер һәм күк юҡҡа сыҡҡанға тиклем, ҡанундың бәләкәй генә бер хәрефе лә, бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ, бөтәһе лә тормошҡа ашырыласаҡ.


Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Әгәр ҙә хәйер бирәһең икән, хәйерең йәшерен рәүештә бирелһен өсөн, һул ҡулың уң ҡулыңдың ни эшләгәнен белмәһен. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер.


Доға ҡылғанда ике йөҙлөләр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен инде алды.


Ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың.


ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа һәм мәжлестәрҙә иң түрҙә ултырырға ярата.


Ғайса уларға: – Ишағыя пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙ ике йөҙлөләр хаҡында ҡайһылай дөрөҫ әйткән, – тип яуапланы. – Изге Яҙмала яҙылғанса: «Был халыҡ Мине теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән йыраҡ.


Һауыт-һабаларығыҙҙағы бар нәмәне фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта бөтә нәмә һеҙҙең өсөн таҙа булыр.


Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа ултырырға һәм баҙар майҙандарында үҙегеҙҙе ололап сәләмләгәндәрен яратаһығыҙ.


Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа, ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ.


Ике йөҙлөләр! Ерҙе һәм күк йөҙөн күҙәтеп, һауа торошон билдәләйһегеҙ, әммә был заманды ни эшләп төшөндөрөп бирә алмайһығыҙ?


Раббы Ғайса: – Ике йөҙлөләр! Һеҙҙең ҡайһынығыҙ шәмбе көнө үгеҙен йәки ишәген утлыҡсанан айырып, һыу эсерергә алып бармай?


– Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ! Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөй, баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәндәрен, ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа һәм мәжлестәрҙә иң түрҙә ултырырға ярата.


Байҙар, һеҙгә ҡайғы, сөнки етерлек йыуандығыҙ.


Үҙ күҙеңдәге бүрәнәне күрмәй тороп, туғаныңа: «Ағай, күҙеңдәге сүпте алайым әле!» – тип нисек әйтә алаһың? Ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың.


Мин кешеләрҙең данлауына мохтаж түгел.


Һеҙ бер-берегеҙҙән дан ҡаҙанырға тырышаһығыҙ, берҙән-бер Алланан булған маҡтауҙы эҙләмәйһегеҙ. Шулай булғас, нисек итеп иман тота алырһығыҙ?


Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә үҙен ебәреүсенең данын эҙләгән кеше иһә эскерһеҙ, һәм уның күңелендә ялғанға урын юҡ.


Ул үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә диндар булып, Алланы ололанылар. Ул йәһүдтәргә күп хәйер-саҙаҡа бирҙе һәм һәр ваҡыт Аллаға ғибәҙәт ҡылды.


һәм миңә: «Корнилий, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды.


Корнилий ҡурҡып китте, уға күҙҙәрен төбәне: – Нимә, әфәнде? – Доғаларыңды һәм хәйерҙәреңде ҡорбанға һанап, Алла һине иҫкә алды, – тип яуап бирҙе фәрештә. –


Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһенең хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәүсе имандаштарына ярҙам ебәрергә булды.


Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм ярҙам итер өсөн, Иерусалимға ҡайттым.


Иоппия ҡалаһында күп яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән Тавифа (грекса «Доркас») исемле Ғайсаға инанған бер ҡатын бар ине.


Күңел күтәреү һәләте бирелә икән, күтәрһен, үҙенекен башҡалар менән уртаҡлашһа, эскерһеҙ уртаҡлашһын; етәксе һәләтенә эйә икән, эшендә тырышлыҡ күрһәтһен, шәфҡәткә эйә булһа, шатланып шәфҡәтлек итһен.


Бөтөн мөлкәтемде ярлыларға өләшеп, маҡтаныу өсөн тәнемде үлемгә тапшырһам да, мөхәббәтем юҡ икән, миңә бынан бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.


Улар фәҡирҙәргә ярҙам итергә онотмауыбыҙҙы ғына һораны. Мин был үтенесте теүәл үтәргә тырыштым.


Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә мохтаждарға ярҙам күрһәтер өсөн үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын.


Кешеләрҙән – һеҙҙән дә, башҡаларҙан да данлау көтмәнек.


Улар изгелек ҡылһын, яҡшы эштәре менән бай булһын, йомарт һәм үҙҙәрендә булғанды башҡалар менән бүлешергә әҙер торһон.


Һинең ошо мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам, сөнки изгеләрҙең күңелдәре һинең аша сафланды.


Кешеләргә изгелек эшләүҙе һәм башҡалар менән уртаҡлашыуҙы онотмағыҙ – нәҡ шундай ҡорбандар Алла тарафынан хуплана.


Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алла данланыр. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ