19 Үҙегеҙгә байлыҡты ерҙә йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар инеп урлай.
19 Был донъяла үҙегеҙгә байлыҡ йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар төшөп урлай.
– Камил булырға теләһәң, бар, бөтә мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктә хазинаң булыр. Унан кил дә Миңә эйәр, – тине Ғайса.
Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа инеп урламай.
Үҙе өсөн генә хазина туплаған, әммә Алла алдында бай булмаған һәр кем менән шулай булыр.
Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа, ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ.
Белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына ҡараҡтың ҡайһы ваҡытта килере мәғлүм булһа, үҙ өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине.
Быны ишеткәс, Ғайса былай тигән: – Һиңә бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр.
Ғайса уның ҡайғырыуын күреп, былай тигән: – Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын!
Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтөн нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.
Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән.