Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 6:16 - Инжил

16 Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 6:16
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә Күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ.


Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта шаулап йөрөмә. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Доға ҡылғанда ике йөҙлөләр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен инде алды.


Бер көндө, Яхъяның шәкерттәре һәм фарисейҙар ураҙа тотҡанда, ҡайһы берәүҙәр Ғайсаға килеп: – Ни өсөн Яхъяның да, фарисейҙарҙың да шәкерттәре ураҙа тота, ә Һинекеләр тотмай? – тип һоранылар.


Аҙнаһына ике тапҡыр ураҙа тотам, табышымдың ундан бер өлөшөн Һиңә бирәм».


тол ҡалған һәм уға әле һикһән дүрт йәш булған. Анна һәр ваҡыт ураҙа тотоп, доға ҡылып, Алла Йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт иткән.


– Өс көн элек ошо ваҡытта, сәғәт өстә үҙ өйөмдә доға ҡыла инем, – тине Корнилий. – Ҡапыл алдымда аҡһыл-ялтырауыҡ кейем кейгән бер кеше пәйҙә булды


Һәр берҙәмлектә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре лә инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар.


Икегеҙҙең дә ризалығы менән доға ҡылыуҙарға бағышланған ваҡытты һанамағанда, бер-берегеҙҙән ситләшмәгеҙ. Иблис тотанаҡһыҙлығығыҙҙан файҙаланып һеҙҙе аҙҙырмаһын өсөн, аҙаҡ тағы бергә булығыҙ.


Хәлдән тайғансы һәм йонсоғансы эшләнем, төндәремде йыш ҡына йоҡоһоҙ үткәрҙем, асығып һәм һыуһап яфаландым, ашау-эсеүҙән тыйылып торорға ла тура килде, һыуыҡтарҙа ла булдым, яланғаслыҡта ла йәшәнем.


туҡмалыуҙарҙа, төрмәләрҙә, фетнә-сыуалыштарҙа, ауыр хеҙмәттә, йоҡо һәм ашауҙан тыйылып торғанда ла,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ