Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 6:14 - Инжил

14 Һеҙ кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен ғәфү итһәгеҙ, Күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә кисерер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Һеҙ кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен ғәфү итһәгеҙ, күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә ярлыҡар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 6:14
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шәфҡәтлеләр бәхетле, сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер.


Беҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы беҙ кисергән кеүек, беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе Һин кисер.


сөнки ниндәй хөкөм менән хөкөм итһәгеҙ, һеҙ ҙә шулай хөкөм ителерһегеҙ; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.


Доға ҡылып торған саҡта, берәйһенә ҡарата үпкәгеҙ булһа, уны ғәфү итегеҙ. Шул ваҡытта Күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе кисерер.


Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ. Ғәйепләмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәйепләнмәҫһегеҙ. Кисерегеҙ, үҙегеҙ ҙә кисерелерһегеҙ.


Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ, Алла һеҙҙе Мәсих аша кисергән кеүек, бер-берегеҙҙе кисерегеҙ.


Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ. Мәсих һеҙҙе кисергән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе кисерегеҙ.


Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөм өҫтөнән тантана итә.


Алла балалары һәм Иблис балалары былай таныла: хаҡ эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ