Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 6:1 - Инжил

1 Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә Күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 6:1
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


– Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине Ғайса уларға.


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


Ни генә башҡарһалар ҙа, кешеләр күрһен, тип эшләйҙәр. Улар маңлайҙарындағы һәм ҡулдарындағы доға ҡабын киңәйтә, өҫ кейемдәренең суҡтарын оҙонайта.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын.


Әгәр үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни?


Шуға күрә, Күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.


Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын.


Ғайса шәкерттәрен: – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Ирод әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте.


Шуға күрә һаҡ бул: эсеңдәге яҡтылыҡ ҡараңғылыҡҡа әйләнмәһен.


Был ваҡытта меңәрләгән кеше йыйылған, улар бер-береһен ҡыҫырыҡлаған. Ғайса иң тәүҙә Үҙенең шәкерттәренә мөрәжәғәт итеп һүҙ башлаған: – Фарисейҙар әсеткеһенән, йәғни ике йөҙлөлөктән һаҡ булығыҙ.


барыһына ла былай тип мөрәжәғәт иткән: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.


Ғайса уларға былай тигән: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙә ни ятҡанын белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнес.


Улар Алланан килгән данға ҡарағанда, кешеләр алдындағы данды артығыраҡ күрҙе.


Һеҙ бер-берегеҙҙән дан ҡаҙанырға тырышаһығыҙ, берҙән-бер Алланан булған маҡтауҙы эҙләмәйһегеҙ. Шулай булғас, нисек итеп иман тота алырһығыҙ?


Петр, быны күргәс, халыҡҡа: – Израиль халҡы! Ниңә быға ғәжәпләнәһегеҙ? – тине. – Нилектән һеҙ беҙгә текләп ҡарап тораһығыҙ? Әллә уны беҙ үҙ ҡөҙрәтебеҙ йәки диндарлығыбыҙ менән һауыҡтырған тип уйлайһығыҙмы?


Тирә-яҡтағыларға тышҡы яҡтан ғына яҡшы тәьҫир ҡалдырырға теләүселәр, Мәсих арҡысағы хаҡына үҙҙәрен эҙәрлекләмәһендәр өсөн генә, һеҙҙе сөннәтле булырға мәжбүр итергә тырышалар.


Ул буласаҡ әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй.


Шуға күрә, дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн, беҙ ишеткәндәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Нимә хаҡына хеҙмәт иткәнебеҙҙе юғалтмаҫ, ә әжерегеҙҙе тулыһынса алыр өсөн, һаҡ булығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ