Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 5:9 - Инжил

9 Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 5:9
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай эшләп, һеҙ Күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, рәхимлеләр өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра.


Шуға күрә, Күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.


Улар үлә алмай, сөнки фәрештә кеүек буласаҡтар һәм, үленән терелеп торғанға күрә, Алла балалары буласаҡтар.


Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Аллаһы Тәғәләнең балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.


Икенсе көндө, ике Израиль кешеһенең һуғышҡанын күреп, яндарына килгән. Тегеләрҙе татыулаштырырға теләп: «Һеҙ туғандар бит, ниңә бер-берегеҙҙе туҡмайһығыҙ?» – тигән.


Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ.


Алла Рухын йөрөтөүселәрҙең бөтөнөһө лә – Алла балалары.


Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлай.


Алла тарафынан яратылғандарҙың барыһы ла Уның Үҙ балаларын күрһәтеүен түҙемһеҙлек менән көтә.


Имандаш менән имандаш дәғүәләшә, өҫтәүенә был иманһыҙҙар алдында эшләнә!


Ахыр килеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, үҙегеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.


Шулай итеп, беҙ – Мәсих илселәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла тәҡдим иткән татыулыҡты ҡабул итегеҙ.


Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ,


Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм.


Еводия менән Синтихияның – икеһенең дә Раббыныҡы булыуҙары хаҡына татыулашыуҙарын теләйем.


Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ. Мәсих һеҙҙе кисергән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе кисерегеҙ.


Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ