Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 5:7 - Инжил

7 Шәфҡәтлеләр бәхетле, сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Шәфҡәтлеләр бәхетле, сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 5:7
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Доға ҡылып торған саҡта, берәйһенә ҡарата үпкәгеҙ булһа, уны ғәфү итегеҙ. Шул ваҡытта Күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе кисерер.


Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Аллаһы Тәғәләнең балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.


Ҡасандыр һеҙ Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ инегеҙ, ә хәҙер, Израилдең буйһонмауы арҡаһында, шәфҡәт алдығыҙ.


Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға ҡарата Раббы тарафынан бирелгән әмерем юҡ, фәҡәт шәхси фекеремде әйтәм. Ә миңә, Раббының мәрхәмәте менән, ышанырға мөмкин, тип уйлайым.


Шуға күрә, беҙгә Алла мәрхәмәте аша шундай хеҙмәт тапшырылғанлыҡтан, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ.


Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ, Алла һеҙҙе Мәсих аша кисергән кеүек, бер-берегеҙҙе кисерегеҙ.


Шуға ла һеҙ, Алла тарафынан һайланған кешеләр, Уның изгеләре һәм ҡәҙерлеләре булараҡ, шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр булығыҙ.


Шуға ла, Мәсихкә инанып мәңгелек тормош аласаҡ кешеләр өсөн иң сағыу өлгө булһын тип, миңә шәфҡәт бирелде һәм Ғайса Мәсихтең бөйөк сабырлығы миндә күрһәтелде.


Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхимлелек һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу рәүештә барайыҡ.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөм өҫтөнән тантана итә.


Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, шулай уҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ике йөҙлө түгел.


Элегерәк һеҙ хатта халыҡ түгел инегеҙ, ә хәҙер Алла халҡы булдығыҙ. Ҡасандыр һеҙгә шәфҡәт күрһәтелмәгәйне, хәҙер иһә шәфҡәт күрһәтелде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ