48 Шуға күрә, Күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.
48 Шуға күрә, күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.
Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын.
Шулай эшләп, һеҙ Күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, рәхимлеләр өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра.
Дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, иҫ китерлек ни эш ҡылаһығыҙ? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни?
Атағыҙ шәфҡәтле булған кеүек, һеҙ ҙә шәфҡәтле булығыҙ.
Шәкерт үҙенең остазынан өҫтөн булмай, ләкин, өйрәнеп алғандан һуң, һәр береһе остазы кеүек була.
Ахыр килеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, үҙегеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.
Шуға күрә, беҙ көсһөҙ, ә һеҙ көслө булғанда һөйөнәбеҙ һәм һеҙҙең камиллашыуығыҙ хаҡына доға ҡылабыҙ.
Ҡәҙерлеләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ.
Бына шуға күрә мин, Павел, һеҙҙең, йәғни йәһүд булмағандар өсөн Ғайса Мәсих хаҡына тотҡон, Аллаға доға ҡылам.
Беҙ тик Мәсих тураһында ғына вәғәзләйбеҙ. Һәр кемде Мәсихтә рухи яҡтан үҫтереп, Алла алдына ҡуйыу өсөн, һәр береһенә бар зирәклегебеҙ менән нәсихәт бирәбеҙ һәм өйрәтәбеҙ.
Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Эпафрас та сәләм тапшыра. Һеҙ Алланың тулы ихтыярынса рухи йәһәттән үҫешкән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә ул.
Ә был сыҙамлыҡ, һеҙҙең имен һәм бер ниндәй ҙә кәмселекһеҙ камил булыуығыҙ өсөн, үҙ эшен еренә еткерергә тейеш.
Уға ошо өмөттө бағлаған һәр кем, Мәсих пак булған кеүек, үҙен пакландыра.