Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 5:46 - Инжил

46 Әгәр үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

46 Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 5:46
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына күрегеҙ, ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла зирәклегенең хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә.


Уларҙы ла тыңламаһа, имандаштар берҙәмлегенә һөйлә, ә инде берҙәмлек ағзаларын да тыңламаһа, ул саҡта уның менән мөғәмәләң мәжүси йәки һалым йыйыусы менән нисек, шулай булһын.


Дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, иҫ китерлек ни эш ҡылаһығыҙ? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни?


Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә Күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ.


Бына Ғайса Левийҙың өйөндә табында ултыра. Өҫтәл артында Ғайса һәм Уның шәкерттәре менән бергә күп кенә һалым йыйыусылар, башҡа гонаһлылар ҙа бар ине. Улар күпләп Ғайсаға эйәргәйне.


Фарисейҙар араһындағы ҡанун белгестәре, Ғайсаның шундай кешеләр менән бергә ашап ултырыуын күреп, Уның шәкерттәренә: – Нисек Ул һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бер табындан ашай ала? – тинеләр.


Һалым йыйыусылар менән башҡа гонаһлыларҙың байтағы, Ғайсаны тыңлау өсөн, Уның янына йыйылған.


Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә ҡарарға ла ҡыймаған, ә сәсен йолҡҡослап: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булсы!» – тип үтенгән.


Бында һалым йыйыусыларҙың башлығы Закхей исемле бай кеше йәшәгән.


Быны күреп торған бөтәһе лә: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранған.


Һыуға сумдырылыр өсөн һалым йыйыусылар ҙа килгән: – Остаз! Ә беҙгә нимә эшләргә?


Үҙенең өйөндә Левий Ғайса хөрмәтенә оло табын әҙерләгән. Табында һалым йыйыусылар һәм байтаҡ башҡа кешеләр ҙә ултырған.


Фарисейҙар һәм улар араһындағы ҡанун белгестәре асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдергән: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?


Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнлеген таныған. Улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны.


Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, күрегеҙ, ул ашамһаҡ һәм эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы», – тиһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ