41 Берәйһе һине бер ара ер үтергә мәжбүр итһә, уның менән ике ара үт.
Юлда улар Симон исемле Киринея кешеһен осраттылар һәм уны Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр иттеләр.
Берәйһе һине хөкөмгә тарттырып, күлдәгеңде алырға теләһә, уға өҫ кейемеңде лә бир.
Һинән нимәлер һорайҙар икән, бир, бурысҡа алырға теләүсене лә буш итмә.
Улар баҫыуҙан ҡайтып килгән Киринея кешеһе Симонды – Искәндәр менән Руфтың атаһын – Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр итте.
Ғәскәриҙәр Ғайсаны алып китеп барғанда, баҫыуҙан ҡайтып килгән Симон исемле бер Киринея кешеһен туҡтатып, арҡысаҡты уның елкәһенә һалғандар ҙа, Ғайса артынан барырға ҡушҡандар.
Бөтөн нәмәлә беҙҙе Мәсих мөхәббәте йөрөтә, сөнки беҙ, бер Кеше бөтөнөһө өсөн үлгән икән, тимәк, бөтөнөһө лә үлде, тип ышанғанбыҙ.