40 Берәйһе һине хөкөмгә тарттырып, күлдәгеңде алырға теләһә, уға өҫ кейемеңде лә бир.
40 Берәйһе һине хөкөмгә тарттырып, күлдәгеңде алырға теләһә, уға өҫкө кейемеңде лә бир.
Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылыусыға ҡаршы торма. Уң яңағыңа һуҡҡан кешегә һул яңағыңды ла ҡуй.
Берәйһе һине бер ара ер үтергә мәжбүр итһә, уның менән ике ара үт.
Бер яңағыңа һуҡҡан кешегә икенсе яңағыңды ла ҡуй, өҫ кейемеңде тартып алыусыға күлдәгеңде лә тартып алырға ҡамасаулама.
Бер-берегеҙ араһында дәғүәләр булыуы үҙе үк һеҙҙең өсөн тулыһынса еңелеү булып тора. Һеҙгә рәнйетелгән килеш ҡалыу өҫтөнөрәк түгелме? Алданған булып ҡалыу яҡшыраҡ түгелме?
Әгәр берәйһе йәрәшелгән ҡыҙына өйләнмәй, уға ҡарата килешһеҙ эш ҡылдым тип һанаһа, әммә уның теләге артыҡ көслө булһа һәм өйләнергә кәрәк тип тапһа, үҙе теләгәнсә эшләһен – гонаһ түгел, ундайҙар өйләнешһен.