3 – Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
3 – Рухи яҡтан ярлылар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
Ошо ваҡыт Ғайса: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! – тине. – Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биреүең өсөн Һине данлайым!
Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле.
Ә һеҙ бәхетле, сөнки күҙҙәрегеҙ күрә, ҡолаҡтарығыҙ ишетә.
Әммә Ғайса: – Үткәрегеҙ балаларҙы, уларға Минең яныма килергә ҡамасауламағыҙ! Күктәр Батшалығы ошондайҙарҙыҡы, – тине.
Хужаһы ҡайтҡас, үҙе әйткәнсә эшләнеүен күрһә, ана шул хеҙмәтсе бәхетле.
Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.
– Тәүбә итегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.
Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуб менән бергә мәжлес өҫтәле артында ултырыр.
Быны күргән Ғайса асыуланды: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы.
Ә Ғайса уға: – Дөрөҫөрәге, Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле, – тигән.
Һеҙгә әйтәм, тәүгеһе түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән; сөнки үҙен үҙе күтәреүсе һәр кем – түбәнһетелер, үҙен түбәнһетеүсе – күтәрелер.
һәм Мин, Атам Миңә биргән кеүек үк, һеҙгә батшалыҡ итеү хоҡуғын бирәм.
Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәрҙә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итерһегеҙ.
«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине майлап, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн һайланы. Ул Мине әсирҙәргә – азатлыҡ, һуҡырҙарға – күҙе күрә башлауын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға
Ғайса уға: – Һин Мине күргәнгә күрә ышандың. Мине күрмәйенсә иман тотоусылар бәхетле, – тине.
Бай иһә үҙенең түбән төшөрөлөүе менән генә ғорурлана ала, сөнки байҙар ялан сәскәһе кеүек юғаласаҡ.
Һынау аша уҙған кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.
Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?
Фәрештә миңә былай тине: – Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле. Тағы былай тине: – Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре.
Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тереклек ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр.
Һин: „Мин – бай, күп байлыҡ тупланым, бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ“, – тиһең. Әммә үҙеңдең ни тиклем бәхетһеҙ, меҫкен, фәҡир, һуҡыр һәм яланғас булыуыңды аңламайһың.