Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 5:29 - Инжил

29 Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ырғытылыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 5:29
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле.


Әгәр кеше бөтөн донъяға эйә булып, йәнен һәләк итһә, уға бынан ни файҙа? Ул үҙ йәнен ҡайтарып алыр өсөн нимә бирә алыр икән?


– Әммә береһен дә рәнйетмәйек. Күлгә барып ҡармаҡ һал. Беренсе эләккән балыҡтың ауыҙын ас һәм унда көмөш тәңкә табырһың. Уны алып, Минең өсөн дә, үҙең өсөн дә һалым йыйыусыларға бир.


Сөнки кешеләр төрлө сәбәптәр арҡаһында өйләнә алмай: берәүҙәре инә ҡарынынан шундай булып тыуа, икенселәренә кешеләр сәбәпсе була, өсөнсөләре, ғүмерҙәрен тотошлай Күктәр Батшалығына арнау өсөн, үҙҙәре өйләнмәй. Быны кем ҡабул итә ала, шул ҡабул итһен!


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Тик берәүҙе генә булһа ла үҙегеҙ тотҡан иманға килтерер өсөн, һеҙ диңгеҙҙәр һәм ҡоро ерҙәр аша үтәһегеҙ. Ә инде берәйһен килтерһәгеҙ, уны йәһәннәмгә үҙегеҙгә ҡарағанда икеләтә артыҡ дусар итәһегеҙ.


Һеҙ – йыландар һәм йылан тоҡомо! Йәһәннәмгә хөкөм ителеүҙән нисек ҡасырға уйлайһығыҙ?


Ә мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотоусы хөкөм ителеүгә лайыҡ. Туғанына: «Мәғәнәһеҙ», – тип әйтеүсе иһә Юғары кәңәшмә алдында яуапҡа тарттырылыуға, ә инде «Ахмаҡ», – тиеүсе йәһәннәм утына лайыҡ.


Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.


Әгәр кеше бөтөн донъяға эйә булып, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа?


Һеҙгә кемдән ҡурҡырға кәрәклеген әйтәм. Йәнегеҙҙе алғандан һуң йәһәннәмгә ташларға хакимлығы булған Алланан ҡурҡығыҙ: эйе, һеҙгә әйтәм, Унан ҡурҡығыҙ.


Белеүебеҙсә, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмауыбыҙ өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды,


Гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса йәшәһәгеҙ, үләсәкһегеҙ. Алла Рухының көсө менән гонаһлы эштәрегеҙҙе үлтерһәгеҙ инде, ул саҡта йәшәйәсәкһегеҙ.


Башҡаларға Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп тә уны тотмаусы булып ҡалмаҫ өсөн, тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам.


Ә Ғайса Мәсихтеке булғандар үҙҙәренең гонаһлы тәбиғәтен ынтылыштары һәм аҙғын нәфселәре менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап ҡуйҙы.


Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ