26 Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тиненә тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың.
Ике турғай бер баҡыр тәңкәгә һатыла түгелме ни? Ләкин уларҙың береһе лә Атағыҙҙың рөхсәтенән башҡа ергә ҡолап төшмәҫ.
Һәм асыуланған батша хеҙмәтсене, бөтә бурысын түләп бөткәнгә тиклем, язалаусылар ҡулына тапшырған.
Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!
Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.
Бына ярлы ғына бер тол ҡатын килеп, ике ваҡ баҡыр аҡса (бер кодрант) һалды.
Дәғүәсең һине хөкөмдарға алып барһа, юлда саҡта уҡ уның менән килешергә тырыш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр. Һаҡсы иһә төрмәгә ябыр.
Һиңә шуны әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тәңкәһенә тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың.
Өҫтәүенә, беҙҙең менән һеҙҙең арала ҙур упҡын ята, шунлыҡтан бынан һеҙҙең яҡҡа сығырға теләүсе лә, ул яҡтан был яҡҡа сығырға теләүсе лә үтә алмаҫ».
Улар, Раббы янынан һәм Уның бөйөк ҡөҙрәтенән ситләтелеп, язаға, мәңгелек һәләкәткә дусар ителер.
Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөм өҫтөнән тантана итә.