Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 5:22 - Инжил

22 Ә мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотоусы хөкөм ителеүгә лайыҡ. Туғанына: «Мәғәнәһеҙ», – тип әйтеүсе иһә Юғары кәңәшмә алдында яуапҡа тарттырылыуға, ә инде «Ахмаҡ», – тиеүсе йәһәннәм утына лайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Ә Мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотҡан кешене лә хөкөм көтә. Туғанына «мәғәнәһеҙ» тип әйтеүсе Юғары кәңәшмә алдында яуап тоторға, ә «ахмаҡ» тиеүсе йәһәннәм утына тарттырылырға тейеш.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 5:22
93 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар.


Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Ләкин фарисейҙар быны ишетеп: – Был кеше ендәрҙе ендәр башлығы Веельзевулдың көсө менән генә ҡыуып сығара, – тинеләр.


Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Шунан Уның янына Петр килеп: – Хужам, туғанымды, әгәр ул миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, нисә тапҡыр кисерергә тейешмен? Етегә тиклемме? – тип һораны.


Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән кисермәһәгеҙ, Күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай буласаҡ.


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Тик берәүҙе генә булһа ла үҙегеҙ тотҡан иманға килтерер өсөн, һеҙ диңгеҙҙәр һәм ҡоро ерҙәр аша үтәһегеҙ. Ә инде берәйһен килтерһәгеҙ, уны йәһәннәмгә үҙегеҙгә ҡарағанда икеләтә артыҡ дусар итәһегеҙ.


Һеҙ – йыландар һәм йылан тоҡомо! Йәһәннәмгә хөкөм ителеүҙән нисек ҡасырға уйлайһығыҙ?


Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!


Баш руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итер өсөн, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ эҙләне.


Күктән: «Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: бөтөнләй ант итмә! Күк менән дә ант итмә, сөнки ул – Алланың тәхете,


Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләүселәр өсөн доға ҡылығыҙ.


Баш руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү өсөн, Уға ҡаршы шаһитлыҡ эҙләне, ләкин таба алманы.


Иртән үк баш руханиҙар менән аҡһаҡалдар, ҡанун белгестәре һәм бөтә Юғары кәңәшмә бергә йыйылышып кәңәш ҡорҙолар ҙа, Ғайсаны бәйләп, Пилатҡа алып барып тапшырҙылар.


Һеҙгә кемдән ҡурҡырға кәрәклеген әйтәм. Йәнегеҙҙе алғандан һуң йәһәннәмгә ташларға хакимлығы булған Алланан ҡурҡығыҙ: эйе, һеҙгә әйтәм, Унан ҡурҡығыҙ.


Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмә йыйылышына килгән һәм Ғайсаны йыйылыш алдына баҫтырып:


Шунда баш руханиҙар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар: – Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был кеше күп мөғжизәләр күрһәтә.


Әммә уларҙың ҡанунында «Улар Миңә бер сәбәпһеҙҙән нәфрәтләнде» тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн шулай булды.


– Һиңә ен эйәләшкәнме әллә? – тине кешеләр. – Кем Һине үлтерергә теләй?


– «Һин Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», – тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.


Шулай бер көн ҡайһы бер фәлсәфә әһелдәре – эпикурсылар һәм стоиктар – Павел менән бәхәскә инде. Ул Ғайса тураһында һәм үленән терелеү хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткергәс, фәлсәфәселәрҙең ҡайһы берҙәре: – Был тел биҫтәһе ни әйтергә теләй? – тине, ә икенселәре: – Ул сит илаһтар тураһында вәғәз һөйләй булһа кәрәк, – тиеште.


Икенсе көндө, йәһүдтәрҙең Павелды ни өсөн ғәйепләүен аныҡ белергә теләп, ғәскәриҙәр башлығы баш руханиҙарға, Юғары кәңәшмә ағзаларының бөтәһенә лә йыйылырға әмер бирҙе һәм Павелды, бығауҙарын систереп, улар алдына баҫтырҙы.


Павел Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап: – Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.


Йәки, Юғары кәңәшмә алдында торған сағымда, миндә ниндәй яуызлыҡ табыуҙары хаҡында бындағы кешеләр үҙҙәре әйтһен.


уларға Кәңәшмәнән сығып торорға ҡуштылар.


Илселәр уны тыңлап иртә таңдан Алла Йортона килде һәм өйрәтә башланы. Ә иң баш рухани һәм уның яҡлылар, Израиль халҡының аҡһаҡалдарын саҡырып, Юғары кәңәшмә йыйҙы. Илселәрҙе алып килергә бойорҙолар.


Уларҙы Юғары кәңәшмә ҡаршыһына баҫтырғас, иң баш рухани:


Халыҡты, аҡһаҡалдарҙы һәм ҡанун белгестәрен Стефанға ҡаршы ҡотортоп, һөжүм итеп, ҡулға алдылар һәм Юғары кәңәшмәгә алып киттеләр.


Кәңәшмәлә ултырыусы бөтә кеше Стефанға текләп ҡараны. Уның йөҙө фәрештәнеке кеүек ине.


Израиль халҡына: «Алла һеҙгә нәҫелегеҙҙән минең кеүек Пәйғәмбәр сығарасаҡ», – тип әйткән дә шул Муса.


Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ, бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ.


ҡараҡтар, ҡомһоҙҙар, эскеселәр, яла яғыусылар, алдаҡсылар ҙа – береһе лә Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ.


Имандаш менән имандаш дәғүәләшә, өҫтәүенә был иманһыҙҙар алдында эшләнә!


Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы барлыҡ бындай эштәр өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек.


шулай уҡ кешене яманламаҫҡа, ә тыныслыҡты һөйөргә, иғтибарлы һәм бөтөн кешеләргә ҡарата ла бик илгәҙәк булырға өйрәт.


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.


Эй буш бәндә! Ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ булыуына дәлилдәр теләйһеңме?


Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Ул бөтөн тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай, уның үҙен иһә йәһәннәм уты ҡабыҙып ебәрә.


Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.


Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән яуап ҡайтармағыҙ. Киреһенсә, фатиха бирегеҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн, фатиха ҡабул итһен өсөн саҡырылғанһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:


Кем дә кем үҙен яҡтылыҡтамын ти, әммә имандашына нәфрәтләнә, ул һаман ҡараңғылыҡта әле.


Алла балалары һәм Иблис балалары былай таныла: хаҡ эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел.


Әгәр берәү имандашының гонаһ ҡылғанын, әммә ул гонаһтың үлем килтермәүен күрә икән, ул кеше доға ҡылһын, һәм Алла уның имандашына тормош бирәсәк. Быны мин үлемгә килтермәүсе гонаһ ҡылыусылар хаҡында әйтәм. Үлемгә килтереүсе гонаһ бар: был гонаһ хаҡында доға ҡылһындар тимәйем.


Хатта баш фәрештә Михаил, Иблис менән Мусаның кәүҙәһе хаҡында бәхәсләшкәндә, Иблисте яла яғыуҙа ғәйепләргә ҡыймай, «Һине Алла шелтәләһен», – тип кенә ҡуя.


Шунан һуң үлем һәм үлеләр донъяһы утлы күлгә ырғытылды. Был – икенсе үлем: утлы күл.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ