Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 5:19 - Инжил

19 Шулай итеп, кем дә кем әмерҙәрҙең кескәй генәһенең дә ғәмәлдән сыҡҡанын иғлан итеп, башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, ул Күктәр Батшалығында иң түбән кеше тип аталыр. Ә уларҙы үтәп, башҡаларҙы ла үтәргә өйрәтеүсе иһә Күктәр Батшалығында бөйөк булып һаналыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Шулай итеп, кем дә кем был бойороҡтарҙың бәләкәй генәһен дә ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан итеп, башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, ул Күктәр Батшалығында иң түбән кеше тип аталыр. Ә уларҙы үтәп, башҡаларҙы ла үтәргә өйрәтеүсе иһә Күктәр Батшалығында бөйөк булып һаналыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 5:19
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ. Әммә Күктәр Батшалығында иң кесеһе лә унан бөйөгөрәк.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, Һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итәсәкһегеҙ.


Ләкин һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын


Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Ул Раббы алдында бөйөк булыр, шарап һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫ, әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ Изге Рух менән һуғарылыр.


Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ бөтнөктөң, рутаның һәм бөтөн баҡса йәшелсәһенең ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ, ә ғәҙеллеккә, Алланы яратыуға иғтибар итмәйһегеҙ. Быларҙы үтәргә һәм бүтән талаптарҙы ла ситтә ҡалдырмаҫҡа кәрәк ине.


– Был баланы Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәреүсене ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң түбәне – иң бөйөгө, – тигән.


Мин һиңә, Феофил, беренсе китабымда Ғайсаның хеҙмәт итә башлаған көндәренән алып күккә ашҡан көнөнә тиклем ҡылған барса ғәмәлдәре һәм өйрәткәндәре тураһында яҙғайным инде. Күккә ашҡансы, Ул Үҙе һайлап алған илселәргә Изге Рух аша бойороҡтар бирҙе.


Улай булғас, яҡшылыҡ килһен өсөн яманлыҡ ҡылырға тейеш булып сығабыҙмы? Ҡайһы бер яман һүҙле кешеләр беҙҙе нәҡ шулай әйтә тип тә һөйләй. Ундайҙар үҙҙәренә тәғәйен хөкөмдө алырҙар.


Нимә тип әйтергә һуң? Мәрхәмәт артһын өсөн гонаһ ҡылыуҙы дауам итергәме?


Ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәгәнгә күрә, гонаһ ҡылһаҡ та ярай типме ни? Әлбиттә, юҡ!


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтөнөһө өсөн дә яҡшы һәм файҙалы.


Һәм Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.


Гонаһ ҡылған һәр кем Алла ҡанунын боҙа: гонаһ бит ул – ҡанунһыҙлыҡ.


Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: үҙен пәйғәмбәр тип атап, фәхешлеккә һәм ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға өйрәтеп йөрөгән Иезавель исемле ҡатынға Минең ҡолдарымды гонаһҡа этәреүгә юл ҡуяһың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ