Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 5:18 - Инжил

18 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ер һәм күк юҡҡа сыҡҡанға тиклем, ҡанундың бәләкәй генә бер хәрефе лә, бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ, бөтәһе лә тормошҡа ашырыласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күк менән ер юҡҡа сыҡһа ла, яҙылғандың барыһы ла ғәмәлгә ашмайынса, ҡанундың бәләкәй генә хәрефе лә, хәрефтең бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 5:18
82 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә ул ҡалаға ҡарағанда Содом менән Гоморра еренә еңелерәк булыр.


Бер ҡалала эҙәрлекләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Израилдең бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер.


Кем шундай түбән заттарҙың береһенә Минең шәкертем булғаны өсөн генә бер сынаяҡ һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ. Әммә Күктәр Батшалығында иң кесеһе лә унан бөйөгөрәк.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм тәҡүә кешеләр һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Әҙәм Улының Батша булып килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.


– Сөнки иманығыҙ аҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, ул урынынан күсер ине. Шул саҡта һеҙҙең ҡулығыҙҙан килмәгән һис бер нәмә булмаҫ ине.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ ерҙә тыйғанды күктә Алла тыясаҡ, ә ерҙә рөхсәт иткәнегеҙҙе күктә Алла рөхсәт итәсәк.


ла: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр һеҙ, үҙгәреп, балалар кеүек булмаһағыҙ, Күктәр Батшалығына бер ҡасан да инмәйәсәкһегеҙ, – тине.


Ғайса Үҙенең шәкерттәренә өндәште: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бай кешегә Күктәр Батшалығына инеү ҡыйын.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, Һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итәсәкһегеҙ.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә ышанһағыҙ һәм икеләнмәһәгеҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр.


Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән? – Беренсеһе, – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығына һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың һәммәһе ошо быуын кешеләренә төшәсәк!


Ғайса: – Быларҙың һәммәһен дә күрәһегеҙме? – тип һораны. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән башлыҡ итеп ҡуясаҡ.


Ләкин ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин һеҙҙе белмәйем», – тип яуап ҡайтарған.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: нимәне бынау иң түбән заттарҙың берәйһенә генә лә ҡылманығыҙ, шуны Миңә ҡарата ла эшләмәнегеҙ», – тиер.


Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тиненә тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың.


Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта шаулап йөрөмә. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Быны ишеткәс, Ғайса хайран ҡалды, артынан эйәреп килеүселәргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Израиль халҡының бер генә кешеһенең дә был тиклем ышанғанын күргәнем юҡ ине.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Йортон, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡҡа һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына ҡалдырып киткәндәре,


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә кемдер бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһә һәм күңеленән һүҙенең үтәләсәгенә икеләнеүһеҙ ышанһа, теләге бойомға ашасаҡ.


Ғайса шәкерттәрен саҡырып, уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был ярлы тол ҡатын саҙаҡа һандығына бөтәһенән дә күберәк һалды.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашҡанға тиклем, был быуын алмашынып өлгөрмәйәсәк.


Ашап ултырған мәлдә Ул: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең менән бергә ашап ултырған берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығында яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин йөҙөм шарабын башҡаса эсмәйәсәкмен, – тине Ғайса уларға.


– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн төндә әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тине уға Ғайса.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында һөйләйәсәктәр.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бөтәһе лә – кешеләрҙең гонаһтары ла, ниндәй ҙә булһа көфөр һүҙҙәре лә – кисерелер.


Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр һәм тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.


Ғайса: – Ниңә был заман кешеләре илаһи билдә талап итә икән? Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: уларға илаһи билдә күреү бирелмәйәсәк, – тине ауыр көрһөнөп.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.


Кем Мәсихтеке булыуығыҙ өсөн һеҙгә бер сынаяҡ һыу эсерә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.


Һабил ҡанынан алып ҡорбан килтереү урыны менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәриә ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын кешеләре быларҙың бөтәһе өсөн дә яуап тотасаҡ.


Хужа ҡайтҡас, хеҙмәтселәрен уяу хәлдә күрһә, шул хеҙмәтселәр бәхетле. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа, алъяпҡыс бәйләп, хеҙмәтселәрен өҫтәл янына ултыртыр һәм уларға үҙе үк хеҙмәт итер.


Хәҙер иһә һеҙҙең Изге Йортоғоҙ ташланыласаҡ. Һеҙгә әйтәм: «Раббы исеменән Килеүсе мөбәрәк!» – тип әйтер ваҡытығыҙ етмәй тороп, Мине күрмәйәсәкһегеҙ!


Әммә, күк менән ер юҡҡа сыҡҡан осраҡта ла, ҡанундың бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк.


Ғайса тыңлаусыларға өндәшкән: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: өйөн, ҡатынын, ағай-энеһен, ата-әсәһен йәки балаларын Алла Батшалығы хаҡына ҡалдырған һәр кем


Ғайса уға: – Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тигән.


Шунан һүҙен дауам иткән: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бер пәйғәмбәр ҙә үҙ ерендә ҡабул ителмәй.


һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын да, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улы янына төшөүен һәм Уның яңынан Күккә күтәрелеүен дә күрерһегеҙ.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем һарыҡ аҙбарына ҡапҡанан түгел, ә башҡа юл менән инә, ул ҡараҡ һәм юлбаҫар.


Ғайса иһә һүҙен дауам итте: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин – һарыҡтарға ҡапҡа.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ергә төшкән бойҙай бөртөгө үлмәһә, шул килеш ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел, ебәрелгән кеше лә үҙен ебәреүсенән ҙур түгел.


Ғайса уға: – Минең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: әтәс ҡысҡырғанға тиклем, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тине.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Миңә инанған кеше Мин башҡарған эштәрҙе, хатта уларға ҡарағанда ҙурыраҡтарын да башҡарыр, сөнки Мин Атам янына китәм.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ иларһығыҙ, көйөнөрһөгөҙ, ә донъя шатланыр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, әммә ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер.


Ул көндә Минән бер нәмә тураһында ла һорамаҫһығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер.


Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: йәш сағыңда һин, үҙ-үҙеңде билбаулап, теләгән ереңә бара инең. Ә ҡартайғас, ҡулдарыңды ситкә һуҙырһың һәм, башҡа берәү һине билбаулап, теләмәгән ереңә алып китер.


Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: беҙ ни белһәк, шуны һөйләйбеҙ; ни күрһәк, шуға шаһитлыҡ ҡылабыҙ; ә һеҙ беҙҙең шаһитлығыбыҙҙы ҡабул итмәйһегеҙ.


Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.


Ғайса былай тип яуапланы: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше һыуҙан һәм Рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына инә алмаҫ!


Ғайса уларға былай яуапланы: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Атаһының ни эшләгәнен күрмәй тороп, Улы Үҙе һис ни башҡара алмаҫ. Атаһы ни ҡылһа, Улы ла шуны эшләр.


Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Мине мөғжизәләремдең мәғәнәһен аңлаған өсөн түгел, ә туйғансы икмәк ашаған өсөн эҙләйһегеҙ!


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: икмәкте күктән һеҙгә Муса бирмәне, ысын икмәкте күктән һеҙгә Минең Атам бирә.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: иман юлындағы кешенең генә мәңгелек тормошо бар.


Ғайса иһә уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Әҙәм Улының тәнен ашамаһағыҙ һәм Уның ҡанын эсмәһәгеҙ, һеҙҙә йәшәү булмаясаҡ, – тине. –


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: гонаһ ҡылыусы һәр кем – гонаһтың ҡоло, – тип яуап бирҙе Ғайса. –


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлем күрмәйәсәк, – тип яуап бирҙе.


Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Ибраһим тыуғанға тиклем үк Мин бар инем инде, – тип яуап бирҙе.


ә Раббы һүҙе мәңгегә ҡала». Был һүҙ һеҙгә иғлан ителгән Һөйөнөслө Хәбәрҙең үҙе.


Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ