Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 5:11 - Инжил

11 Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 5:11
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минең арҡала үҙегеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм мәжүсиҙәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер.


Минең арҡала барыһы ла һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.


Шәкерт остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Веельзевул тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар.


Йәнен үҙе өсөн һаҡлап ҡалырға тырышыусы уны юғалтыр; ә Минең хаҡҡа йәнен юғалтҡан уны табыр.


Өйҙәрен, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡҡа ҡалдырып киткән һәр кемгә йөҙ тапҡыр күберәк биреләсәк һәм ул мәңгелек тормош аласаҡ.


Ул ваҡытта һеҙҙе ғазапҡа һалырҙар, үлтерерҙәр, бөтә халыҡтар ҙа һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ.


Үтеп йөрөүселәр баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл иттеләр:


Минең арҡала бөтәһе лә һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.


Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар.


әммә, үҙендә тамырҙары булмағанлыҡтан, һүҙҙе ваҡытлыса ғына тота. Аҙаҡ, һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһалар йәки эҙәрләүгә юлыҡһалар, улар тиҙ үк сигенә.


Сөнки кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына юғалта, уны һаҡлап ҡалыр.


Әммә быларҙың барыһынан элек һеҙҙе ҡулға алырҙар һәм эҙәрлекләрҙәр, хөкөмгә тапшырыу өсөн ғибәҙәтханаларға алып барырҙар һәм төрмәләргә ултыртырҙар, Минең исемем арҡаһында батшалар һәм идарасылар алдына баҫтырырҙар.


Бөтәһе лә һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ.


Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле.


Сөнки кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа юғалта, уны һаҡлап ҡалыр.


Улар быларҙың барыһын да Минеке булғанығыҙ өсөн эшләр, сөнки Мине Ебәреүсене белмәйҙәр.


Тегеләр ныҡ асыуланып: – Уның шәкерте – һин, ә беҙ – Мусаның шәкерттәре!


Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һинең өсөн үлем ҡурҡынысы аҫтындабыҙ, беҙҙе салырға тәғәйенләнгән һарыҡ кеүек күрәләр».


Беҙ Мәсих хаҡына иҫәр, һеҙ иһә Мәсихкә иманығыҙ арҡаһында аҡыллы. Беҙ көсһөҙ, ә һеҙ – ҡеүәтле. Һеҙҙе хөрмәтләйҙәр, ә беҙҙе хурлайҙар.


Эйе, фани тәнебеҙҙә Уның тормошо ла күренһен өсөн беҙ, тереләр, Ғайса хаҡына бер туҡтауһыҙ үлемгә дусар ителәбеҙ.


сөнки һеҙгә Мәсих хаҡына иман тотоу ғына түгел, ә Уның өсөн ғазаптар сигеү ҙә бирелде.


Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.


Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки дан Рухы, Алла Рухы һеҙҙең менән.


Һинең сыҙам икәнлегеңде беләм, Минең исемем хаҡына күпте кисерһәң дә, аяҡтан йығылманың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ