7 Ғайса уға: – Унда: «Раббы Аллаңды һынама», тип тә яҙылған, – тип яуапланы.
7 – Унда: «Аллаң Раббыны һынама», – тип тә яҙылған, – тип яуапланы уға Ғайса.
– Быларҙың нимә тигәндәрен ишетәһеңме? – тине улар. – Эйе! – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙ: «Балалар һәм сабыйҙар ауыҙынан Һин Үҙеңә маҡтау һүҙҙәре әйттерҙең», – тип яҙылғанды һис ҡасан уҡыманығыҙмы ни?
– Ә һеҙ Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш иң мөһим мөйөш ташы булды. Был Раббы тарафынан эшләнде һәм беҙҙең өсөн ғәжәйеп хәл» – тигәнде бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тине Ғайса. –
– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», тип яҙылған.
– «Кеше икмәк менән генә түгел, Алланың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәр». Шулай тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы Ғайса.
Ғайса уға: – Изге Яҙмала: «Раббы Аллаңды һынама», – тип әйтелгән, – тип яуап ҡайтарған.
Шулай булғас, беҙҙең аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ?
Әммә Петр: – Ни өсөн һеҙ Раббының Рухын һынап ҡарарға булдығыҙ? Ана иреңде күмгән кешеләр инеп килә. Улар һине лә алып сығасаҡ, – тине.
Һәм ҡайһы берәүҙәр кеүек Мәсихте һынамайыҡ – улар йылан сағыуынан үлде.
Эшемде ҡырҡ йыл дауамында күрһәләр ҙә, унда атай-олатайҙарығыҙ Мине һынаны.