Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 4:24 - Инжил

24 Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Янына барса сырхауҙарҙы, төрлө ауырыуҙарҙан, интектергес сирҙәрҙән яфаланғандарҙы, ен эйәләшкәндәрҙе, илереүселәрҙе һәм паралич һуҡҡандарҙы алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 4:24
41 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул ваҡыт Ғайса янына ен эйәләшкән, һуҡыр һәм телһеҙ кешене алып килделәр. Ғайса уны һауыҡтырҙы, шунан ул һөйләшә һәм күрә башланы.


Шул ваҡытта Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр Галилея идарасыһы Иродҡа барып ишетелде.


Шул төбәктә йәшәгән Ханаан ҡатыны Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләште, ул ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы.


– Әфәндем, улымды ҡыҙған! Ул өйәнәк ауырыуынан яфалана. Йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташлана.


Ул енгә сығырға бойорҙо. Ен сығыу менән малай һауыҡты.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Ғайса арғы яҡ ярҙағы Гадара еренә килгәс, ен эйәләшкән ике кеше ҡәбер мәмерйәләренән Уға ҡаршы килеп сыҡты. Улар ҡоторған булғанлыҡтан, был юлдан һис кем үтә алмай ине.


Көтөүселәр иһә тороп йүгерҙеләр һәм, ҡалаға ҡайтып, бөтөнөһө хаҡында ла һөйләп бирҙеләр. Ен эйәләшкән кешеләр менән ни булғанын да хәбәр иттеләр.


– Әфәндем! Хеҙмәтсемде паралич һуҡҡан. Әле ул минең өйөмдә ята, бик ныҡ яфалана, – тине.


Был хаҡтағы хәбәр бөтә тирә-яҡ ерҙәргә таралды.


Ғайса бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе барлыҡ ауырыуҙарынан һәм сирҙәренән һауыҡтырҙы.


Ғайса хаҡындағы хәбәр шунда уҡ Галилеяның тирә-яғындағы ерҙәргә таралды.


Ә кис етеп, ҡояш байығас, Ғайса янына бөтә ауырыуҙарҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙе килтерҙеләр.


Шул ваҡыт дүрт кеше Уға паралич һуҡҡан берәүҙе күтәреп алып килде.


Ләкин, халыҡ араһынан үтә алмағанлыҡтан, улар Ғайса булған өйҙөң ҡыйығын һүтеп, паралич һуҡҡан кешене, ятҡан түшәге менән, шул тишектән төшөрҙөләр.


Паралич һуҡҡан кешегә нимә тип әйтеү еңелерәк: «Һинең гонаһтарың кисерелде», – типме, әллә: «Тор, түшәгеңде ал да атлап кит», – типме?


Был халыҡ иҫәбен алыу тәүге тапҡыр, Сүриә менән Квириний идара иткән мәлдә үткәрелгән.


Рух ҡөҙрәте менән һуғарылған Ғайса Галилеяға ҡайтҡан. Уның хаҡындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралған.


Ғайса, ғибәҙәтхананан сыҡҡас, Симондың өйөнә барған. Симондың ҡәйнәһе, бөтә тәне янып, тапма менән ауырып ятҡан. Ғайсаның уға ярҙам итеүен һорағандар.


Ғайса тураһындағы хәбәр тағы ла нығыраҡ таралған. Уны тыңлау һәм ауырыуҙарынан һауығыу өсөн янына бик күп кеше ағылған.


Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар. – Ул паралич һуҡҡан кешегә өндәшкән: – Мин һиңә бойорам: тор ҙа, түшәгеңде алып, өйөңә ҡайт!


Ғайса тураһындағы бындай хәбәр бөтөн Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралған.


Башҡалары иһә: – Былар ен эйәләшкән кеше һүҙҙәре түгел. Ен һуҡырҙың күҙен аса аламы ни? – тип ҡаршы төштө.


Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


улар аша ошондай хат ебәрҙеләр: «Илселәрҙән, берҙәмлек өлкәндәренән – Антиохиялағы, Сүриәләге һәм Киликиялағы бүтән халыҡтарҙан булған имандаштарға сәләм.


берҙәмлектәрҙе нығытып, Сүриә һәм Киликия өлкәләре аша үтте.


Был хәлдән һуң утрауҙағы бүтән ауырыуҙар ҙа Павел янына килде, улар ҙа һауыҡтырылды.


Ен эйәләшкән күптәрҙең эсенән, көслө тауыш менән үкереп, шаҡшы рухтар сыҡты. Күп кенә паралич һуҡҡан, аҡһаҡ кешеләр һауыҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ