14 Был иһә Ишағыя пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:
14 Был иһә Ишағыяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:
Былар барыһы ла Раббының пәйғәмбәр аша:
Ирод үлгәнгә тиклем ул шунда ҡалды. Был иһә Раббының пәйғәмбәр аша: «Мин Улымды Мысырҙан саҡырып алдым», – тигәне ғәмәлгә ашһын өсөн булды.
Унда Назара тигән ҡалаға барып урынлашты. Был пәйғәмбәрҙәр аша белдерелгән: «Уны „Назаралы“ тип атарҙар», – тигән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.
Әммә ул ваҡытта Изге Яҙмаларҙа, былар булырға тейеш, тип яҙылғандар нисек ғәмәлгә ашһын?
Быларҙың һәммәһе пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине. Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте.
Назараны ҡалдырып Ул, Завулон һәм Неффалим еренә барып, Галилея күле буйындағы Капернаум ҡалаһында урынлашты.
«Эй Завулон ере, Неффалим ере, диңгеҙгә алып барыусы юлдағы һәм Иордан аръяғындағы ерҙәр! Эй һин, мәжүсиҙәр иле Галилея!
Был – Ишағыя пәйғәмбәр аша: «Ул беҙҙең ауырыуҙарыбыҙҙы һәм сирҙәребеҙҙе Үҙенә алды», – тип әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.
Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәргә тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандар үтәләсәк.
Унан һуң: – Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән.
Әммә уларҙың ҡанунында «Улар Миңә бер сәбәпһеҙҙән нәфрәтләнде» тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн шулай булды.
Шунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн: – Мин һыуһаным! – тине.