Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 4:13 - Инжил

13 Назараны ҡалдырып Ул, Завулон һәм Неффалим еренә барып, Галилея күле буйындағы Капернаум ҡалаһында урынлашты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Назаранан китеп, Ул Галилея күле буйындағы Зевулун һәм Нафтали ерҙәренә ҡараған Капернаум ҡалаһына барып урынлашты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 4:13
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ташланылырһың. Әгәр һиндә ҡылынған мөғжизәләр Содомда күрһәтелһә, ул хәҙерге көнгәсә торор ине.


Улар Капернаумға килеп еткәс, Алла Йорто өсөн ике драхма күләмендәге һалым йыйыусылар Петр янына килде. – Остазығыҙ һалым түләмәйме? – тип һораны улар.


Был иһә Ишағыя пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:


«Эй Завулон ере, Неффалим ере, диңгеҙгә алып барыусы юлдағы һәм Иордан аръяғындағы ерҙәр! Эй һин, мәжүсиҙәр иле Галилея!


Ғайса, кәмәгә ултырып күл аша сыҡты ла, Үҙе йәшәгән ҡалаға килде.


Улар Капернаумға килде. Ғайса, шәмбе көнө тыуғас та, ғибәҙәтханаға инеп йыйылған халыҡты өйрәтә башланы.


Бер нисә көндән һуң Ғайса ҡабат Капернаумға килгәс, Уның өйҙә булыуы хаҡында хәбәр таралды.


Эй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ташланырһың!


Ғайса: – Әлбиттә, һеҙ: «Табип! Үҙеңде Үҙең дауала», – тигән әйтемде иҫемә төшөрөрһөгөҙ һәм: «Капернаумдағы эштәрең тураһында ишеттек, бында ла, Үҙең йәшәгән ҡалала, шуларҙы уҡ башҡар», – тип әйтерһегеҙ, – тигән.


Бынан һуң Ул әсәһе, ҡустылары һәм шәкерттәре менән бергә Капернаум ҡалаһына барҙы. Унда улар бер нисә көнгә туҡталды.


Шунан һуң Ул теге саҡта һыуҙы шарапҡа әйләндергән урынға – Галилеяның Кана ҡалаһына килде. Капернаумда улы ауырып ятҡан бер һарай әһеле бар ине.


кәмәгә ултырып аръяҡтағы Капернаумға табан йөҙөп китте. Ҡараңғы төштө, ә Ғайса һаман күренмәне.


Халыҡ, унда Ғайсаның да, шәкерттәренең дә юҡлығын күргәс, кәмәләргә ултырып, Капернаумға Ғайсаны эҙләп китте.


Ғайса быларҙы Капернаумдағы ғибәҙәтханала өйрәткән саҡта һөйләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ