12 Яхъяның ҡулға алыныуы тураһында ишеткәс, Ғайса Галилеяға китте.
12 Яхъяның ҡулға алыныуы тураһында ишеткәс, Ғайса Галилеяға юлланды.
Яхъя иһә, төрмәлә сағында Мәсих ҡылған ғәмәлдәр хаҡында ишеткәс, үҙенең шәкерттәрен: «Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе.
Ирод, үҙенең ағаһы Филиптың ҡатыны Иродиада арҡаһында, Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә япҡайны.
Яхъя ҡулға алынғандан һуң Ғайса, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, Галилеяға килде.
Ирод үҙенең ағаһы Филиптың ҡатыны Иродиада арҡаһында Яхъяны ҡулға алдырып, төрмәгә яптыртҡайны. Сөнки Ирод был ҡатынға өйләнгәндә Яхъя уға: «Һиңә ағайыңдың ҡатынын алырға ярамай», – тигәйне.
Әммә кешеләр: – Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтөн Йәһүҙиәлә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышҡан.
Шунлыҡтан Ирод, бығаса ҡылған яуызлыҡтарына тағы берәүҙе өҫтәп, Яхъяны төрмәгә ултыртҡан.
Рух ҡөҙрәте менән һуғарылған Ғайса Галилеяға ҡайтҡан. Уның хаҡындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралған.
Ғайса Галилеяның Капернаум ҡалаһына килгән һәм шәмбе көнө халыҡты өйрәткән.
Икенсе көндө Ғайса Галилеяға барырға булды. Ул Филипты осратып: – Миңә эйәр! – тине.
Был Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең бөйөклөгөн һәм ҡөҙрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды.
Ул ваҡытта Яхъя төрмәгә ябылмағайны әле.
Ике көндән һуң, Ғайса был ҡаланан Галилеяға юл тотто.
Был Ғайсаның Йәһүҙиәнән Галилеяға килгәс күрһәткән икенсе мөғжизәһе ине.