11 Бынан һуң Иблис Уны ҡалдырып китеп барҙы, ә Ғайса янына фәрештәләр килеп, Уға хеҙмәт иттеләр.
11 Бынан һуң Иблис Ғайсаны ҡалдырып китеп барҙы. Фәрештәләр килеп Ғайсаға хеҙмәт итте.
– Әллә һин Мине Атама мөрәжәғәт итә алмаҫ, тип уйлайһыңмы? Һораһам, Ул шунда уҡ Миңә ун ике легиондан да артыҡ фәрештәләр ғәскәрен ебәргән булыр ине!
ла, былай тине: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, түбәнгә ташлан. Изге Яҙмала әйтелгән бит: «Алла Үҙенең фәрештәләренә бойороҡ бирер: Аяҡтарың ташҡа бәрелмәһен тип, Һине ҡулдарында йөрөтөрҙәр».
Ул сүлдә ҡырҡ көн булды һәм шул ваҡыт эсендә Иблис тарафынан һынау үтте. Ул ҡырағай йәнлектәр араһында йәшәне һәм фәрештәләр Уға хеҙмәт итте.
Шунда күктән Ғайса янына бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәгән.
Мин көн һайын Алла Йортонда һеҙҙең менән бергә булдым һәм һеҙ Миңә ҡул күтәрмәнегеҙ. Ә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хаҡимлыҡ итә.
Иблис, Ғайсаны һынауҙан туҡтағандан һуң, икенсе берәй уңайлы мәлгә тиклем Уны ҡалдырып киткән.
Инде һеҙҙең менән бүтәнсә һөйләшә алмам, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның Минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ,
Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.
Фәрештәләрҙең бөтөнөһө лә ҡотолоуҙы мираҫ итеп аласаҡ заттарға хеҙмәт итеү өсөн ебәрелгән рухтар түгелме ни?
Йәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла: «Алланың бөтөн фәрештәләре Уға баш эйһен», – ти.