8 Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ!
Сөнки Яхъя һеҙгә тәҡүә булыу юлын күрһәтергә тип килгәйне, ләкин һеҙ уға ышанманығыҙ. Ә һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр ышанды. Һеҙ, быны күреп тә, барыбер уйығыҙҙан кире ҡайтманығыҙ һәм уға ышанманығыҙ.
Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.
һәм тәүҙә Дамаск һәм Иерусалим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым.
Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер, Раббыныҡы булғанға, яҡтылыҡһығыҙ. Артабан да яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ.
Яҡтылыҡ емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора.
Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерегеҙ, тип доға ҡылам.