Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 3:6 - Инжил

6 Килеүселәр үҙҙәренең гонаһтарын таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Килгән кешеләр үҙҙәренең гонаһтарын асыҡтан-асыҡ таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 3:6
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килеүсе ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Бөтә Йәһүҙиә халҡы һәм Иерусалимда йәшәүселәр уға килде һәм, гонаһтарын танып, уның тарафынан Иордан йылғаһына сумдырылды.


Ул Израиль халҡының күбеһен Раббыға, үҙҙәренең Аллаһына, кире ҡайтарыр.


Яхъя уларҙың бөтәһе лә былай тип яуап биргән: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә, мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Яхъя һеҙҙе һыуға сумдырҙы, ә бер нисә көндән һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ.


Шул ваҡыт мин Раббының: «Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырҙы, ә һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ», – тигән һүҙҙәрен хәтергә төшөрҙөм.


Иманға килгән күптәр ҡылған насар эштәрен таныны.


Шулай итеп, тағы нимә көтөргә? Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр», – тине ул.


Бөтөнөһө лә болот аҫтында булып диңгеҙ аша үткәнлектән, һыуға сумдырылғандай, Мусаның эйәрсендәре булып киткәндәр,


Һыуға сумдырылған саҡта Уның менән бергә ерләндегеҙ һәм, Уны үленән терелткән Алланың ҡөҙрәтенә ышаныу арҡаһында, Уның менән бергә терелдегеҙ.


Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.


Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танмай әйтеп бирегеҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле.


Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә саф выждан тураһында Аллаға үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.


Ә гонаһтарыбыҙҙы таныйбыҙ икән, Алла гонаһтарыбыҙҙы кисерер һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан арындырыр, сөнки Ул тоғро һәм ғәҙел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ