5 Уның янына Иерусалим халҡы һәм бөтә Йәһүҙиә менән Иордан буйы төбәгендә йәшәүселәр килеп йөрөнө.
5 Уның янына Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиә һәм Иордан буйы төбәгендә йәшәгән халыҡ килде.
Ғайса, Ирод батша идара иткән ваҡытта, Йәһүҙиә ерендәге Вифлеем ҡалаһында тыуҙы. Ошо ваҡытта көнсығыштан Иерусалимға аҡыл эйәләре килде.
Уның артынан Галилеянан, Ун Ҡаланан, Иерусалимдан, Йәһүҙиәнән һәм Иордан аръяғынан килгән ҙур халыҡ төркөмдәре эйәреп йөрөнө.
Бөтә Йәһүҙиә халҡы һәм Иерусалимда йәшәүселәр уға килде һәм, гонаһтарын танып, уның тарафынан Иордан йылғаһына сумдырылды.
Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең заманы Яхъя килгәнгә тиклем булды, шунан бирле Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала.
Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡҡан. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөгән.
Яхъя янына һыуға сумдырылырға тип күп халыҡ килгән. Яхъя уларға: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә, Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ, тине?
Яхъя ла Сәлим янындағы мул һыулы Енонда килгән кешеләрҙе һыуға сумдыра ине.
Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ.