17 Күктән: «Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.
17 Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.
«Бына – Мин һайлаған Хеҙмәтсем, Минең ҡәҙерлем, йәнемдең ҡыуанысы. Мин Уны Рухым менән һуғарырмын, Ул Минең хөкөмөмдө халыҡтарға иғлан итер.
Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.
Күктән: «Һин – Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.
Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.
һәм Уға күгәрсен рәүешендә Изге Рух төшкән. Күктән: «Һин – Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш яңғыраған.
Болот эсенән иһә: – Был Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ! – тигән тауыш ишетелгән.
Сөнки Ата Үҙенең Улын ярата һәм Үҙе эшләгән һәр эшен уға күрһәтеп башҡара. Ул һеҙҙең иҫегеҙ китерлек бынан да ҙурыраҡ эштәрҙе күрһәтер.
Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ
Ул быны Үҙенең ғәзиз Улы аша беҙгә бүләк итеп биргән бөйөк мәрхәмәте маҡталһын өсөн эшләне.
Ул беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан ҡотҡарҙы һәм Үҙенең ҡәҙерле Улының батшалығына алып инде.
Уға данлы бөйөк Алланан: «Был Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым», – тигән ауаз килгәндә, Ғайса Атабыҙ Алла тарафынан хөрмәт алды һәм Үҙен дан балҡышында күрһәтте.
Беҙ кешеләр шаһитлығын ҡабул итәбеҙ, ә Алланың шаһитлығы бөйөгөрәк. Бигерәк тә был – Алланың Үҙенең Улы тураһындағы шаһитлығы.
Мин күктән шарлауыҡ тауышына һәм көслө күк күкрәүенә оҡшаған тауыш ишеттем. Был тауыш арфасыларҙың арфала уйнаған тауышы кеүек ине.