Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 3:12 - Инжил

12 Ҡулында – елгәргес көрәк. Ул, ашлыҡты ырҙында елгәреп, бойҙайын бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Ул ҡулындағы елгәргес көрәге менән ырҙында елгәрер. Бойҙайын, айырып, бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 3:12
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уныһы ла, быныһы ла ураҡҡа тиклем бергә үҫһен. Ураҡ өҫтөндә инде мин ураҡсыларға: „Иң элек ҡый үләнен йыйып, яндырыу өсөн бәйләмдәргә бәйләгеҙ, ә бойҙайҙы минең келәтемә илтеп һалығыҙ“, – тип әйтермен».


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер, улар, Уның Батшалығынан гонаһҡа этәреүселәрҙең һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙың бөтәһен айырып алып,


янып торған утлы мейескә ырғытыр. Унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер.


Ә тәҡүә кешеләр Аталарының Батшалығында ҡояштай балҡып торор. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!


Яхъя уларҙың бөтәһе лә былай тип яуап биргән: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә, мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Ашлыҡты ырҙында елгәрер өсөн, Ул ҡулына елгәргес көрәк тотҡан. Бойҙайын Үҙенең бураһына һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.


Ул Миндәге емеш бирмәй торған һәр ботаҡты киҫеп ташлай, ә емеш бирерҙәйҙәрен, уңыш мулыраҡ булһын тип, таҙарта.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ