Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 3:11 - Инжил

11 Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килеүсе ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килгән Зат күпкә ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 3:11
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Килеүселәр үҙҙәренең гонаһтарын таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы.


Сүллеккә Сумдырыусы Яхъя килгәс, был һүҙҙәр бойомға ашты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөгән.


Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Аталарҙы һәм балаларҙы татыулаштырыр, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббыға тап килерлек итеп әҙерләр.


Яхъя уларҙың бөтәһе лә былай тип яуап биргән: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә, мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡҡан. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөгән.


Яхъя Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып: «Минән һуң Килеүсе минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип ҡысҡырып иғлан итте.


– «Минән һуң Берәү килер, Ул минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип һөйләгәнем – Ул Үҙе.


Яхъя һеҙҙе һыуға сумдырҙы, ә бер нисә көндән һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ.


– Яхъя ҡылған һыуға сумдырыу гонаһтарҙан тәүбә итеү өсөн булды. Ул кешеләрҙе үҙенән һуң Килеүсегә, йәғни Ғайсаға инанырға өндәне, – тине Павел.


Ошолай бара торғас, улар ниндәйҙер һыу буйына килеп етте. – Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? – тине хәбәш.


Ул арбаны туҡтатырға ҡушты. Икеһе лә һыуға инде һәм Филипп уны һыуға сумдырып алды.


Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.


Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош өсөн һыу менән таҙарындыртты, Изге Рух менән яңыртты.


Йәштәр, һеҙ шулай уҡ өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр берегеҙ бер-берегеҙгә ҡарата баҫалҡылыҡ күрһәтегеҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ