Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 28:6 - Инжил

6 Әммә Ул бында юҡ. Үҙе әйткәненсә, үленән терелтеп торғоҙолдо. Килегеҙ, Уның ятҡан урынын ҡарағыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Әммә Ул бында юҡ. Үҙе әйткәненсә, Ул терелде. Килегеҙ, Уның ятҡан урынын ҡарағыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 28:6
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки, Юныс ҙур бер балыҡтың ҡарынында өс көн һәм өс төн үткәргән кеүек, Әҙәм Улы ла ер ҡуйынында өс көн һәм өс төн үткәрер.


Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы.


Уны үлтерәсәктәр, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине. Шәкерттәр оло ҡайғыға төштө.


Тауҙан төшкәндә Ғайса уларҙы: – Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, күргәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, – тип киҫәтте.


мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ.


– Әфәндем, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйтеүен хәтерләйбеҙ, – тинеләр.


– Ҡурҡмағыҙ! – тине егет уларға. – Һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелде, Ул бында юҡ. Бына Ул ятҡан урын.


Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә, ә өс көндән һуң терелеп торорға тейешлеге тураһында аңлата башланы.


Шулай ҙа Петр ҡәбергә ҡарай тороп йүгергән һәм, эйелеп эскә ҡарағас, кәфенде генә күргән. Был хәлгә таң ҡалып, кире ҡайтып киткән.


әммә Уның кәүҙәһен тапмаған. Ҡайтҡас, фәрештәләрҙең пәйҙә булыуы һәм уларҙың: «Ғайса тере», тип әйтеүҙәре тураһында һөйләнеләр.


Унан һуң: – Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән.


Атам Мине шуның өсөн ярата: Мин Үҙ ғүмеремде уны яңынан алыу өсөн бирәм.


– Бынау Алла Йортон емереп ташлағыҙ, Мин уны өс көндә торғоҙасаҡмын, – тине Ғайса.


Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Ғайсаны терелтте, сөнки үлем Уның алдында көсһөҙ ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ